Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БӘЛӘБӘЙ”, а.х. предприятиеһы

Просмотров: 610

“БӘЛӘБӘЙ”, а.х. пр‑тиеһы. Бәләбәй р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Баженов ауылы. 1919 й. К.Е.Ворошилов ис. с‑з булараҡ нигеҙ һалына, 1936 й. алып “Б.” с‑зы, 1996 й. — «“Б.” совхозы» ДУАХП, 1999 й. — “Б.” МУАХП, 2005 й. ябыла. Составына сусҡа комплексы (ҡеүәте йылына 24 мең баш, БР‑ҙа иң эре комплекстарҙың береһе), сусҡа фермаһы (респ. берҙән-бер ландрас тоҡомло нәҫел сусҡаларын үрсетеүсе һәм һатыуға сығарыусы), һыйыр малы фермаһы, үҫемлектәр үҫтереү цехы һ.б. ингән. Фирма магазины, һыра етештереүсе бәләкәй заводы һ.б. булған. 1999 й. 450 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны — 4845 га, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 4315 га. Сусҡалар һаны 9444 баш (ш. иҫ. 189 ландрас тоҡомло) тәшкил иткән, һыйыр малы — 566 (ш. иҫ. 200 һыйыр); 18149 баш үрсем алынған, 13712 баш сусҡа (шуларҙың 45‑е ландрас тоҡомло) һатылған, ш. иҫ. 3809 сусҡа балаһы; 67,3 т ит, 70 т колбаса изделиелары (38 төр) етештерелгән. Хужалыҡта иген, ҡуҙаҡлы һәм мал аҙығы культуралары үҫтерелгән; ужым арышының уңдырышлылығы — 25,3 ц/га, һоло — 16,3 ц/га (1999). Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған.

Ғ.Ф.Даянов, Д.Ф.Фәрхетдинов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019