Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛАНДРАС, сусҡаның ит йүнәлешле тоҡомо

Просмотров: 1307

ЛАНДРАС (дат. Landrace, land — ил, ауыл ере һәм race — тоҡом), сусҡаның ит йүнәлешле тоҡомо. 20 б. башында Данияла урындағы яҡшыртылған һалынҡы ҡолаҡлы сусҡалар м‑н Англияла сығарылған сусҡаларҙы (башлыса эре аҡ тоҡом) ҡушыу юлы м‑н сығарыла. Рәсәйгә — 1948 й., Башҡортостанға 60‑сы йй. башында эре аҡ тоҡом сусҡалары нәҫеленең тиҙ өлгөрөүсәнлеген күтәреү һәм ит биреүсәнлеген арттырыу өсөн индерелә. Хайуандар йомшаҡ-тығыҙ төҙөлөшлө, кәүҙәһе оҙонса, арҡаһы тура, бото йыуан тығыҙ. Аҡ төҫтә. Ата сусҡаларҙың тере ауырлығы 300— 350 кг, инә хайуандарҙыҡы — 220— 240 кг. Инә сусҡа 1 тапҡыр балалағанда 10—12 бала тыуҙыра, 185 көндә өлгөрә, йәш малдың тере ауырлығының уртаса‑тәүлек артымы 750 г, ит сығышы 73%, түшкәһендә — 57— 58%. Хайуандар рациондарҙа аҡһымдың күләменә һәм сифатына талапсан, уларҙың мускул туҡымалары интенсив үҫеүе м-н айырыла. Л. тоҡомоноң ит биреүсәнлек сифаттарын өйрәнеү Аграр университет (А.В.Близнецов, А.А.Седых) ғалимдары тарафынан үткәрелә. Сусҡаларҙы өҙлөкһөҙ үрсетеү системаһы эшләнгән, был система “Рощинский” ДУАХП, “Бәләбәй” МУАХП һ.б. сусҡасылыҡ комплекстарында ҡулланыла. Сусҡалар эре сәнәғәт комплекстары шарттарында ғына орлоҡ алыу өсөн аҫрала.

Әҙәб.: Б л и з н е ц о в А.В. Проблемы интенсификации и повышения эффективности свиноводства в Республике Башкортостан. Уфа, 1997; Шул уҡ. Производство свинины при интенсификации отрасли в условиях Южного Урала. М., 2002.

А.В.Близнецов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: