Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИОЛОГИК ИГЕНСЕЛЕК

Просмотров: 1324

БИОЛОГИК ИГЕНСЕЛЕК, химиялаштырыу сараларын (минераль ашламалар, пестицидтар) кәметеп йәки бөтөнләй ҡулланмай а.х. биологик факторын интенсификациялауға нигеҙләнгән игенселек системаһы. Б.и. органик ашламаларҙың (ш. иҫ. йәшел ашлама, һалам, үҫемлек ҡалдыҡтары), бактериаль ашламаларҙың бөтә төрөн ҡулланыуҙы; тупраҡты азот м‑н байыҡтырыусы ҡуҙаҡлыларҙы күберәк майҙанда үҫтереүҙе (ҡара: Азотфиксация); тупраҡты минималь эшкәртеүҙе; ҡатнаш сәсеүҙе һәм аралыҡ культураларын; үҫемлектәрҙе һаҡлау өсөн биологик препараттар ҡулланыуҙы үҙ эсенә ала. Б.и. өҫтөнлөктәре — экологик таҙа продукция, ресурстарҙы һаҡлау; етешһеҙлектәре — тәбиғи факторҙарға бәйлелеге, иген һ.б. культуралар сәсеүлеген кәметеү иҫәбенә ҙур майҙандарҙа мал аҙығы культураларын үҫтереү фарызлығы, тупраҡта калий һәм фосфор кәмеүе сәбәпле ҡайһы бер а.х. культураларының тәүге 3— 4 йылда уңышы кәмеүе. РФ‑та Б.и. тәүге тапҡыр 20 б. 80‑се йй. уртаһында ҡулланыла башлай. Башҡортостанда Б.и. б‑са тикшеренеүҙәр 90‑сы йй. тәүге ярт. алып Миловка уҡытыутәжрибә хужалығында үткәрелә (М.Б.Әмиров). 1997—99 йй. хужалыҡта тупраҡтың уңдырышлылығы күтәрелгән: һөрөнтө ерҙең уңыш биреүсәнлеге — 3,4 ц/га мал аҙығы берәмегенә, иген культураларының уңдырышлылығы — 1,0—1,5 ц/га, клевер бесәненеке 2,0 ц/га артҡан; продукцияла ауыр металл миҡдары кәмегән.

Әҙәб.: Амиров М.Б., Минниахметов И.С. Основные направления биологизации земледелия //Актуальные экологические проблемы Республики Татарстан. Казань, 1997.

М.Б.Әмиров

Тәрж. Р.Й.Мәхийәнова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019