Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУПРАҠТЫ МИНИМАЛЬ ЭШКӘРТЕҮ

Просмотров: 1021

ТУПРАҠТЫ МИНИМАЛЬ ЭШКӘРТЕҮ, ерҙе миним. энергетик сығымдар м‑н эшкәртеү. Тупраҡты һыу һәм ел эрозияһынан һаҡлауға, серетмәнең тарҡалыу интенсивлығын түбәнәйтеүгә, машина һәм тракторҙарҙың йөрөү системалары тәьҫиренән тупраҡтың артыҡ тығыҙланыуын кәметеүгә һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүгә булышлыҡ итә. Эшкәртеүҙе минимализациялауҙың төп йүнәлештәре: сәсеү әйләнешендә, гербицидтар ҡулланып, ер эшкәртеүҙең тәрәнлеген кәметеү, төп, сәсеү алдынан һәм рәт араларын эшкәртеү һанын ҡыҫҡартыу; айыруса ужым культуралары өсөн тәрән эшкәртеүҙе, киң алымлы яҫы төрәндәр, ауыр дискылы тырмалар, һай һөрөүсе һабандар, фрезалар файҙаланып, ер өҫтө һәм ваҡ эшкәртеү м‑н алмаштырыу; бер нисә технологик операцияны һәм ысулды ҡатнаш агрегаттар ҡулланыу иҫәбенә бер эш процесында берләштереү; аралыҡлы культуралар үҫтергәндә гербицидтар файҙаланып ерҙе сәсеү алдынан һыҙатлап йәки колеялап эшкәртеү аша баҫыуҙың эшкәртелеүсе майҙанын кәметеү. Т.м.э. юғары уңдырышлы һәм оптималь агрофизик үҙенсәлекле яҡшы культуралаштырылған тупраҡта ҡулланыла. Т.м.э. ысулдарын һәм системаларын өйрәнеү б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 50‑се йй. уртаһынан Аграр университетта (Ф.Ш.Ғарифуллин, Г.Н.Лысак, М.М.Хәмиҙуллин һ.б.), Ауыл хужалығы институтында (Р.Ә. Ҡәйепҡолов, М.Ғ.Сираев, Х.Ф.Фәйезов һ.б.), Биология институтында (Р.Я. Рамаҙанов, Ф.Х.Хәзиев һ.б.) үткәрелә. 70‑се йй. Т.м.э. Баймаҡ р‑нының “Йылайыр” с‑зында (Ю.П.Моряков) һәм Фёдоровка р‑нының “Пугачёвский” с‑зында (Л.И.Сәлишев), 90‑сы йй. алып бөтә ауыл хужалығы зоналарында индерелә. Шулай уҡ ҡара: Тупраҡты кәҫен әйләндермәй эшкәртеү.

Әҙәб.: Минимальная обработка и воспроизводство плодородия типичного чернозёма (Л.И.Салишев [и др.]. Уфа, 1993; С и р а е в М.Г. Обработка чернозёмов: теория, практика, люди. Уфа, 2006; ш у л  у ҡ. Наука и практика землепашцев. Уфа, 2007.

М.Ғ.Сираев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019