Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҠЪЯР ҺЫУҺАҠЛАҒЫСЫ

Просмотров: 1052

АҠЪЯР ҺЫУҺАҠЛАҒЫСЫ, Ташлы йылғаһында (Таналыҡ й. ҡушылдығы). Быуаның һыу ағыҙғыс ҡапҡаһы йылға тамағынан һәм Хәйбулла районы Аҡъяр а. 3,4 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Гидроузел ағыҙғысынан өҫтә йылғаның һыу йыйыу майҙаны 423 км2, һыуһаҡлағыстың тулы күләме 49,4 млн м3, файҙалы күләме 49,2 млн м3; һыу өҫтө майҙаны 7,4 км2, оҙонлоғо 9,4 км, уртаса киңлеге 0,96 км (максималь — 1,93 км), уртаса тәрәнлеге 6,6 м (максималь — 16 м). Гидроузел составы: уртаса баҫымға иҫәпләнгән, тупраҡтан өйөп һалынған, юғары һөҙәк бите нығытылған, һыртына асфальт түшәлгән, төптән һыу ағыҙғыслы плотина (оҙонлоғо 2,3 км, өҫкө һырты буйынса киңлеге 10 м, бейеклеге 17,8 м); һыу бүлгес канал (оҙонлоғо 528 м, төбөнөң киңлеге 80 м), боҙҙан һаҡланыу ҡоролмаһы (оҙонлоғо 145 м). Һыуы сөсө, гидрокарбонат‑сульфатлы, магний‑кальцийлы. Тәғәйенләнеше: ағымды көйләү, һыу менән тәьмин итеү. Шулай уҡ һуғарыу, балыҡ үрсетеү, рекреация маҡсаттарында файҙаланыла. 2000 й. төҙөлгән.

Ш.К.Шабаев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.08.2023