Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺЫУ МЕНӘН ТӘЬМИН ИТЕҮ

Просмотров: 1323

ҺЫУ МЕНӘН ТӘЬМИН ИТЕҮ, ҡулланыусыларҙы (халыҡ, сәнәғәт, транспорт һ.б.) һыу м‑н тәьмин итеү б‑са саралар йыйылмаһы. Ер өҫтө һыуҙарын һәм ер аҫты һыуҙарын файҙаланыу нигеҙендә башҡарыла. Һ.м.т.и. системаһы (һыу үткәргес) эсенә һыу алыу ҡоролмаһы, насос станциялары, һыу үткәргестәр, таҙартыу ҡоролмалары, таҙа һыу резервуарҙары (һыу баҫымын күтәреү башнялары), һыу үткәргес селтәрҙәре инә. Тәғәйенләнеше б‑са һыу үткәргестәр коммуналь һәм производство үткәргестәренә бүленә. Сәнәғәт пр‑тиеларын Һ.м.т.и. тура ағымлы, эҙмә‑эҙлекле, әйләнешле йәки ябыҡ системалар б‑са башҡарыла.

Ырымбур һәм Өфө губ. Һ.м.т.и. 19 б. аҙ. тиклем башлыса ҡойолар, йылғалар һәм быуалар ярҙамында башҡарылған. 19 б. 30—40‑сы йй. Өфөлә Үрге Сауҙа майҙанында 4 йәмәғәт ҡойоһо ҡаҙылған, 1860 й. сауҙагәр Е.Першин тарафынан фонтан эшләнгән, һыу уға Архиерий биҫтәһендәге шишмәнән ағас торбалар б‑са үҙ ағышы м‑н килгән (минутына яҡынса 4 биҙрә) һәм һәр береһенең һыйҙырышлығы 500 биҙрә булған ике ағас һауытҡа йыйылған. 19 б. уртаһында Өфөлә ҡойоһо булған 435, 80‑се йй. уртаһында 1044 йорт иҫәпкә алынған. 1901 й. оҙонлоғо яҡынса 5 саҡрымға (5,3 км) еткән тәүге һыу үткәргес файҙаланыуға тапшырылған, һыу алыу ҡоролмаһының ҡеүәте тәүлегенә 110 мең биҙрә тәшкил иткән. Һыу шахталарҙан поршенлы пар насостары ярҙамында һыу баҫымын күтәреү башняһына 150 м бейеклеккә күтәртелгән һәм бүлеү селтәренә ебәрелгән. 20 б. аҙ. урам селтәрҙәренең оҙонлоғо 28 км еткән, һыу үткәргес ҡеүәте тәүлегенә 3 мең м3 тәшкил иткән; поршенлы пар насостары үҙәктән ҡыуыусы электр приводлы насостарға алмаштырылған. Һыу үткәргестән килгән һыуҙың яртыһынан күберәген сәнәғәт пр‑тиелары файҙаланған. 1939 й. оҙонлоғо 28 км һәм һыу алыу ҡеүәте тәүлегенә 17 мең м3 булған Төньяҡ һыу үткәргесен төҙөү тамамланған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һыу үткәргестең икенсе линияһы һалына, ҡеүәте көслөрәк булған насостар ҡуйыла, был һыу биреүҙе тәүлегенә 36 мең м3 тиклем арттырыу мөмкинлеген бирә. 1955 й. алып ҡеүәте тәүлегенә 240 мең м3 булған Көньяҡ һыу үткәргесе эшләй. Өфө ҡала һыу үткәргесенең ҡеүәте тәүлегенә 611 мең м3 тәшкил итә (2011). 30‑сы йй. алып Өфөнөң Һ.м.т.и. системаһында һыу таҙартыуҙың камиллаштырылған ысулдары ҡулланыла (ҡара: Һыу таҙартыу). 20 б. 30‑сы йй. Башҡортостанда Һ.м.т.и. үҙәкләштерелгән системалары төҙөлә: 60‑сы йй. уртаһында улар 11 ҡалала, 6 эшселәр ҡасабаһында һәм 4 район үҙәгендә эшләй. 70‑се йй. башында 5 ҡалала һәм 7 район үҙәгендә ҡеүәте тәүлегенә 258 мең м3 булған һыу алыу ҡоролмаһы һәм оҙонлоғо 153 км еткән һыу үткәргес селтәре төҙөлә; 1975—80 йй. ҡеүәте тәүлегенә 207 мең м3, оҙонлоғо 318 км булған һыу үткәргес селтәре файҙаланыуға тапшырыла. Республикала һыу үткәргес селтәренең дөйөм оҙонлоғо 14,4 мең км, ш. иҫ. урамдағы һыу үткәргес селтәренең — 9 мең км, тәшкил итә; коммуналь һыу үткәргестәренең ҡеүәте — тәүлегенә 1,7 млн м3; ҡулланыусыларға йылына 266,3 млн м3 һыу ебәрелә (2011). Бөтә ҡалаларҙа, 40 ҡала тибындағы ҡасабала һәм 1946 ауыл торама пункттарында үҙәкләштерелгән Һ.м.т.и. системаһы бар. БР‑ҙағы һыу үткәргестәрҙең күпселеге һыуҙы ер аҫты сығанаҡтарынан ала. Республикала Һ.м.т.и. системаларын урындағы үҙидара органдары хеҙмәтләндерә; эсәр һыу сифатына санитария күҙәтеүе респ. санитария‑эпидемиология хеҙмәтенең район һәм ҡала учреждениелары тарафынан алып барыла.

И.П.Климин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.08.2023