Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АНИЧКОВ Сергей Иванович

Просмотров: 1294

АНИЧКОВ Сергей Иванович (яҡынса 1733; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1731 — 25.5.1802), Өфө провинцияһы дворяндарынан Уложенный комиссия депутаты. Надворный советник (1782). Аничковтар нәҫеленән. 1747—66 йй. рус армияһында, секунд‑майор (1766). Комиссияға ер биләү һәм дворяндарҙың ерҙе файҙаланыу хоҡуҡтарын киңәйтеү, һалымдарҙы кәметеү т‑да һ.б. наказдар тәҡдим итә. Исәт провинцияһы крәҫтиәндәре наказын һәм “Аҫыл һөйәктәр хоҡуҡтары проекты”н тикшергәндә сығыш яһай. Дворянлыҡ өсөн мәжбүри 12 йыллыҡ хеҙмәт итеү ваҡытын билдәләү хаҡында тәҡдим индерә. 1768 й. Комиссияға Өфө, Исәт һәм Һамар казак ҡатламын Ырымбур сик һыҙығына күсереү планын күрһәтә. 1773 й. дек. алып Өфө провинцияһы воеводаһы урынбаҫары. 1775 й. мартында граф П.И.Панинға 1773—75 йй. Крәҫтиәндәр һуғышы барышында Өфө дворяндары күргән зыянды ҡаплауҙа булышлыҡ итеү т‑да мөрәжәғәткә ҡул ҡуя. 1775 й. май—июлендә воевода А.Н.Борисов м‑н Юлай Аҙналин һәм Салауат Юлаев эше б‑са тикшереү алып бара. 80‑се йй. Өфө ҡаҙна палатаһында хеҙмәт итә.

Әҙәб.: Гудков Г.Ф., Гудкова З.И. С.Т.Аксаков. Семья и окружение: краевед. очерки. Уфа, 1991.

И.М.Васильев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: