Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МУНСА

Просмотров: 1100

МУНСА, юғары тратурала һәм дымлылыҡта йыуыныу һәм сабыныу өсөн махсус бина. Йәйләүгә сыҡҡан башҡорттар М. тирмәгә оҡшаш ҡоролмаларҙа яһаған: һайғауҙарҙан эшләнгән каркас эсенә таш өйөп ут яҡҡандан һуң каркасты кейеҙ мн ҡаплағандар. Башҡорттар ултыраҡ тормошҡа күскәс, М. ауылдарҙала күренә башлай. Ғәҙәттә, уны йорт-ҡаралтынан ситтәрәк, йылға йәки күл буйына һалалар. М. башлыса бүрәнәнән, һирәкләп — самандан, ситәндән төҙөлгән, ш. уҡ ер өй рәүешендәге М. эшләгәндәр. М. эсендәөҫтөнә таш өйөлгән мейес, сабыныу өсөн эләүкәһәм йыуыныу өсөн эскәмйә булған. Ҡара М. традицион иҫәпләнә, ваҡыт үтеү мн мейестең торбаһын тышҡа сығарып, аҡ М. һала башлайҙар. 18 б. Рәсәй хөкүмәте тарафынан махсус һалым индерелеү арҡаһында М. төҙөү киң таралмай (йыш ҡына бер нисәғаиләгә бер М. һалына). М. шулай уҡ дауаланыу һәм бала табыу урыны булып та файҙаланылған. Бында таҙарыныу һәм һаҡланыу (туй йолалары, балатыуыу ғабәйле йолалар ваҡытында) ритуалдары уҙғарылған. Хәҙ. ваҡытта Башҡортостанда М. 2 төрө: еүеш парлы урыҫ мунсаһы һәм сабыныу бүлмәһендә ҡоро пар булған фин саунаһы таралған. М. һыуға, төрлө микроорганизм, бөжәктәргә һәм һыуыҡҡа бирешмәгән экологик яҡтан таҙа төҙөлөш материалдарынан һалалар. Урыҫ һәм фин өлгөһөндә төҙөлгән М. һәр ауыл өйөндә, дачаларҙа һәм баҡса участкаларында осратырға мөмкин. Уны бүрәнәнән, башлыса ылыҫлы ағастан һалалар, ағастың дым тартыусанлығы һәм елләтелә алыуы ҡоро пар алырға мөмкинлек бирә. Нигеҙе таҫма, бутобетондан була. Түбәһе сатыр рәүешендә, ағас өрлөккәһалынып һыу үтмәҫлек итеп ҡоро тупраҡ, һаламбалсыҡ ҡушылмаһы, һүндерелгән эзбиз ҡушылған бысҡы вағы, керамзит һ.б. йылы һаҡлай алған материалдар түшәлә. Шулай уҡ иҙән, нигеҙҙең цоколь өлөшө эс яҡтан йылытыла. М. ғәҙәттә мунса алды, йыуыныу һәм сабыныу урындарына бүленә. Йәмәғәт М. башлыса урыҫ тибы бса һалына. Нигеҙҙә таш стенанан, бетон иҙәндән һәм тимербетон түшәмдән торған М. киң таралған, сөнки терәк һәм кәртәләүсе конструкция материалдарының аҙ дым һыйҙырыуы парҙың еүешлеген тәьмин итә. М. йылылыҡ туплау, һыу, яҡтылыҡ, елләтеү һәм бысраҡ һыу ағыҙыу системалары мн тәьмин ителә. М. 20—100 кешене һыйҙыра, өҫ кейемен һалыр өсөн вестибюль мн гардероб, сисенеү бүлмәһе, асыҡ душ бүлмәһе, сабыныу һәм йыуыныу бүлектәренән тора. Дауалауиҫкәртеү маҡсатында тәбиғи термаль һыу сығанаҡтарында урынлашҡан М. (ҡара: Янғантау), сауналы, бассейнлы М. комплекстары файҙаланыла.

Әҙәб.: Ш и т о в а С.Н. Традиционные по селения и жилища башкир. М., 1984; Сулейманов Ф.М. Башкирский двор (конец XVIII — первая половина XIX века). Уфа, 2003. 

Э.И.Мөлөков, С.Н.Шитова.

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: