Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӨНКҮРЕШ ХЕҘМӘТЕ

Просмотров: 1205

КӨНКҮРЕШ ХЕҘМӘТЕ.  Өфө губернаһында 20 б. башында халыҡҡа К.х. һөнәрселәр һәм яңғыҙ кустарҙар тарафынан күрһәтелгән (ҡалаларҙа — 23 меңдән, ауылдарҙа 17,5 меңдән ашыу кеше). Өфөлә хәрби гарнизон эргәһендә — мунса һәм кер йыуыу йорто, ҡала башҡармаһы ҡарамағында 2 мунса, шәхси бөҙрәханалар эшләгән. 20 б. 2‑се ярт. ремонтлау һәм тегеү цехтарын, металл әйберҙәр һ.б. яһау оҫтаханаларын үҙ эсенә алған кәсептәр кооперацияһы артелдәре асыла. Ҡалаларҙа аяҡ кейеме, тире эшкәртеү, тегеү производстволары, тимерҙән һауыт‑һаба, кәрәк‑яраҡ яһау; ауыл ерендә ағас эшкәртеү, йөн эшкәртеү, быйма һәм кейеҙ баҫыу (ҡара: Кәсептәр, Һөнәрселек) үҫешә. 60‑сы йй. уртаһында коммуналь хужалыҡтың урындағы һәм еңел сәнәғәте, кәсептәр һәм ҡулланыу кооперациялары составынан К.х. тармағы бүленә. 1960 й. Халыҡҡа К.х. күрһәтеү идаралығы төҙөлә (1966 й. алып БАССР‑ҙың К.х. министрлығы), ҡалаларҙа һәм р‑ндарҙа К.х. комб‑ттары ойошторола: к‑з, с‑здарҙың үҙәк утарҙарында, урман хужалығы ҡасабаларында 1 меңдән ашыу комплекслы ҡабул итеү пункттары һәм ауыл көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү йорттары асыла. 70‑се йй. К.х. министрлығы составында хеҙмәт күрһәтеү тармаҡтары б‑са 12 эре махсус ПБ: “Башшвейбыт”, “Башобувьбыт”, «Баштрикотажбыт “Урал”», “Башмебельбыт”, “Башрембытстрой”, “Башбыттехника”, “Баштелерадиобыттехника”, «Башпрокатразнобыт “Заря”», «Башфото “Нур”», “Башхимчистка”, “Башбытсправка”, бөҙрәханалар булдырыла. Тармаҡ инфраструктураһына “Башбытреклама” комб‑ты (1968), Салауат технологик ҡорамалдар ф‑каһы (1973), Салауат автотранспорт ремонтлау з‑ды (1979), Стәрлетамаҡ эксперименталь‑механика з‑ды, К.х. респ. автотранспорт пр‑тиеһы (1973), техник‑иҡт. бюро, “Гипробытпром” Мәскәү проект ин‑тының Башҡ‑н филиалы (1971), Өфө элемтә участкаһы, ремонт‑төҙөлөш идаралығы, Өфө монтажлау‑көйләү участкаһы (бөтәһе лә — 1978), мәғлүмәт‑иҫәпләү үҙәге һ.б. инә. 1990—91 йй. К.х. министрлығы һәм ПБ‑лар бөтөрөлә, пр‑тиелар һаны 3723‑тән (1991) 1935‑кә (1996) тиклем кәмей. 1991 й. алып К.х. пр‑тиеларының эшмәкәрлеге — БР Түләүле хеҙмәттәр күрһәтеү б‑са дәүләт ком‑ты, 1998 й. — БР Тышҡы бәйләнештәр һәм сауҙа министрлығы, 2003 й. — БР Сәнәғәт министрлығы, 2004 й. — БР Иҡт. үҫеш һәм сәнәғәт министрлығы, 2009 й. — БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа б‑са дәүләт ком‑ты, 2010 й. башлап БР‑ҙың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау б‑са дәүләт ком‑ты тарафынан көйләнә. 2011 й. респ. К.х. өлкәһендә 68 муниц. һәм 9,3 меңгә яҡын бәләкәй һәм урта бизнес пр‑тиеһы эшләгән. К.х. пр‑тиелары 1 меңдән ашыу хеҙмәт төрө күрһәтә. Социаль өҫтөнлөклө йүнәлештәргә хеҙмәт күрһәтеүҙең 13 төрө, ш. иҫ. аяҡ кейеме, өҫ кейеме, көнкүреш техникаһы, мебель, торлаҡ ремонтлау, химик таҙартыу, ритуал хеҙмәттәр, индерелгән (ҡара: табл.). Күрһәтелгән көнкүреш хеҙмәттәре күләме б‑са БР РФ төбәктәре араһында 7‑се урынды биләй (2011). Республикала К.х. өсөн кадрҙар Стәрлетамаҡ технология колледжында, Иҡтисад һәм сервис академияһында һ.б. уҡыу йорттарында әҙерләнә.

О.В.Дмитриева, Н.М.Ҡотошов, М.А.Шәрипов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Башҡортостанда халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү структураһы (барлығы %‑ҙа)

Хеҙмәттәр

1985

1990

1995

2000

2005

2010

2011

Аяҡ кейеме ремонтлау һәм тегеү

6,0

6,0

0,7

0,8

1,3

0,7

0,7

Өҫ кейеме ремонтлау һәм тегеү, трикотаж әйберҙәр тегеү һәм бәйләү

26,4

19,7

4,5

5,1

8,2

4,2

4,2

Радиоэлектрон аппаратураны, көнкүреш машиналарын һәм приборҙарын ремонтлау һәм техник хеҙмәтләндереү, металл әйберҙәр ремонтлау һәм эшләү

8,4

10,4

4,9

5,5

10,4

7,2

7,5

Транспорт сараларын, машиналарҙы һәм йыһаздарҙы техник хеҙмәтләндереү

2,0

3,1

2,7

3,3

6,6

11,0

12,9

Мебель яһау һәм ремонтлау

9,7

10,2

0,4

0,5

1,1

5,2

4,3

Химик таҙартыу һәм буяу

3,5

2,0

0,5

0,6

0,9

0,6

0,6

Кер йыуыу йорто хеҙмәте

3,7

3,8

2,1

2,2

2,9

0,8

0,5

Торлаҡ, башҡа нәмәләр ремонтлау һәм төҙөү

3,4

7,6

36,3

34,6

48,4

51,5

51,6

Фотоателье, фото- һәм кинолаб. хеҙмәте

4,8

3,2

2,5

2,5

2,2

1,2

1,2

Мунса, душ һәм сауналар хеҙмәте

2,7

1,7

1,1

1,2

3,1

3,4

3,6

Бөҙрәханалар һәм косметик хеҙмәттәр

6,9

6,8

2,8

3,2

5,5

4,6

4,8

Прокатҡа биреү хеҙмәте

3,5

4,0

0,4

0,5

0,2

3,4

3,0

Транспорт-экспедиторлыҡ хеҙмәте

3,5

8,1

32,6

31,1

-

-

-

Ритуал хеҙмәттәр

1,9

2,0

1,0

1,2

1,8

2,5

2,5

Башҡа төрҙәр

13,5

11,5

7,4

7,9

7,4

2,8

2,6

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: