Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӘЛӘҒОШ, һырт

Просмотров: 892

БӘЛӘҒОШ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Белорет р‑нында Рәүәт й. (Инйәр й. басс.) тамағынан Төлмән й. киңлек ағышына тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 26 км, көньяҡ өлөшөнөң киңлеге яҡынса 2 км, үҙәк өлөшөнөкө 6 км, төньяҡ өлөшөнөкө 3 км, абс. бейеклеге 934 м. 3 түбәһе асыҡ күренә. Рельефы ныҡ йырғыланған. Көнбайыш битләүҙәре текә, урыны м‑н йылға үҙәндәренә тиклем төшә; көнсығышы батынҡы, итәге һөҙәк, 20‑гә яҡын юғалыусы йылғалар (Рәүәт й. ҡушылдыҡтары) башлана. Һырттың көньяҡ һәм үҙәк өлөшөндә күп таш ишелмәләре осрай, ҡаялы һикәлтәләр юҡ. Өҫкө рифейҙың елмәрҙәк свитаһы ҡомташтарынан, конгломераттарынан, алевролиттарынан һәм аргиллиттарынан тора. Ландшафтары ныҡ айырымланған: аҡһыл һоро урман тупрағында киң япраҡлы һәм ҡара ылыҫлы урмандар, һоро урман тупрағында киң һәм ваҡ япраҡлы урмандар, йоҡа ҡатламлы ташлы тупраҡта ҡоро болондар (көнсығыш битләүҙәрендә) һәм бейек үләнле тау болондары таралған. Б. Көньяҡ Урал ҡурсаулығы терр‑яһында урынлашҡан.

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: