Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИОГЕОГРАФИЯ

Просмотров: 936

БИОГЕОГРАФИЯ (био... һәм география), төрлө биоценоздарҙың, ш. уҡ хайуандар, үҫемлектәр һәм микроорганизмдарҙың (төрҙәре, заттары йәки башҡа таксономик категориялары) Ер шарында таралыу һәм урынлашыу законлыҡтары т‑дағы фән. Биология һәм география сигендә барлыҡҡа килә. Организмдар географияһына, үҫемлектәр һәм хайуандар географияһына бүленә. Б. төп йүнәлештәре: флористик, фаунистик, тарихи, ареалогик, төбәк һәм экологик; тикшеренеү ысулдары — сағыштырма-геогр., экологик, һан б‑са, тарихи һәм картографик.

Башҡортостанда Б. б‑са тәүге фәнни тикшеренеү эштәрен Ырымбур экспедицияһында (1734—44) ҡатнашыусы И.Г.Гейнцельман ойоштора. 1768—74 йй. Академик экспедицияларҙың төбәктең үҫемлек һәм хайуандар донъяһы т‑дағы мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә алған материалдары И.И.Георги, И.И.Лепёхин, П.С.Паллас, Н.П.Рычков, И.П.Фальк хеҙмәттәрендә системаға һалына. 19 б. 1‑се ярт. Урал янының, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының һәм Башҡортостандың Урал аръяғының урман‑дала һәм дала райондарын өйрәнеү м‑н Э.А.Эверсманн шөғөлләнә. Үҫемлектәрҙе тикшереү нигеҙендә ботаник Х.Ф.Лессинг тәүге тапҡыр Башҡортостан (Көньяҡ) Уралын дала, урман, ҡаялы һәм альп үҫемлектәре өлкәләренә бүлә. Төбәктең үҫемлектәр донъяһы т‑дағы фәнни мәғлүмәттәр немец тәбиғәт фәндәре белгесе А.Гумбольдт, ботаниктар Ф.И.Базинер, А.Леман һ.б. хеҙмәттәрендә тупланған. 19 б. 2‑се ярт. ботаник В.С.Лосневский — Өфө губернаһы флораһын, Ю.Шелль төбәктең тау үҫемлектәрен тикшерә. С.И.Коржинский үҫемлектәр географияһын өйрәнә, уларҙың таралыу законлыҡтарын асыҡлай һәм альп таулы, урманлы, урман‑далалы һәм далалы ботаник геогр. өлкәләрҙе айырып күрһәтә, боҙлоҡ дәүеренә тиклемге реликттарҙы асыҡлай. Төбәктең һунар йәнлектәре т‑дағы мәғлүмәттәр — зоологтар В.Д.Аленицын, С.В.Кириков, Л.П.Сабанеев һ.б.; Өфө губ. ҡоштары т‑дағыһы —П.П.Сушкин, Ырымбур губернаһыныҡы А.Н.Зарудный хеҙмәттәрендә тупланған.

20 б. 20‑се йй. аҙ. — 30‑сы йй. башында үҫемлек ресурстарын һәм флора составын асыҡлауға йүнәлтелгән фәнни тикшеренеүҙәр м‑н СССР ФА Башҡортостан комплекслы экспедицияһында ҡатнашыусылар шөғөлләнә. Б. үҫешенә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында БАССР‑ға эвакуацияланған ғалимдар (Е.М.Брадис, В.И.Грубов, Е.Н.Клобукова-Алисова һ.б.) ҙур өлөш индерә. М.И.Котов респ. 4 урман, 3 урман‑дала һәм 2 дала ботаник‑геогр. районын айырып күрһәтә. 60‑сы йй. алып респ. реликт һәм эндемиктар өйрәнелә (П.Л.Горчаковский, Е.А.Шурова һ.б.), ботаник‑географик районлаштырыу башҡарыла (1966, П.П.Жудова). 70‑се йй. алып көкөрт үләне һымаҡтар, ҡаҙаяҡ һымаҡтар, ҡырҡбыуын һымаҡтар, яланғас орлоҡлолар, сәскәле үҫемлектәр (А.Х.Ғәлиева, А.Ә.Мулдашев, С.С.Хәйретдинов), күбәләктәр (М.Ғ.Миһранов), балыҡтар (Р.Ф.Биккенин, И.П.Дьяченко һ.б.), ҡоштар (В.Д.Ильичёв, Ә.Ф.Мәмәтов һ.б.) географияһы өйрәнелә. 80‑се йй. башлап мүктәр (Э.З.Байышева), ҡайһы бер умыртҡаһыҙҙар (М.Ғ.Баянов, В.А.Книсс һ.б.) һәм умыртҡалылар (В.А.Валуев, Е.В.Карев һ.б.) географияһы тикшерелә. 90‑сы йй. алып ғалимдар хайуандарҙың һирәк төрҙәре, үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәренең йәшәү урындарын асыҡлау м‑н шөғөлләнә. 40‑сы йй. аҙ. баллы үҫемлектәрҙең таралыуы б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә (Е.М.Петров), 50‑се йй. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында һәм Башҡортостандың Урал аръяғында тәбиғи мал аҙығы ерҙәре (И.Б.Ғуфранова, В.А.Михеев һ.б.), Башҡортостандың Урал алды һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында ҡырағай емеш үҫемлектәре һәм витаминлы үҫемлектәр (Ғ.Ҡ.Байков), фәнни һәм халыҡ медицинаһында ҡулланылыусы үҫемлектәр (Е.В.Кучеров, Д.Н.Лазарева һ.б.) географияһы тикшерелә. Б. б‑са тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә белешмәләрҙә һәм Ҡыҙыл китаптарҙа күрһәтелгән ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәрҙең таралыу законлыҡтары асыҡлана, махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре ойошторола.

Ҡ.Ҡ.Ғәббәсов, Р.Ш.Кашапов, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019