Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БАШҠОРТОСТАН УҠЫТЫУСЫҺЫ”, журнал

Просмотров: 1655

“БАШҠОРТОСТАН УҠЫТЫУСЫҺЫ”, респ. ғилми‑пед. һәм методик журналы. Ойоштороусыһы — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы. Өфөлә айына 1 тапҡыр башҡ. һәм урыҫ телдәрендә сыға, материалдарҙың бер өлөшө мари, татар, удмурт һәм сыуаш телдәрендә баҫыла. Тиражы — 27 мең дананан ашыу (2011). 1920 й. Стәрлетамаҡ ҡ. иҫке башҡорт телендә “Мәғариф эштәре” (6 һан) исеме м‑н нәшер ителә башлай, 1924 й. алып Өфөлә “Белем”, 1931 й. — “Культура революцияһы”, 1936 й. майынан хәҙ. исем м‑н сыға. 1941—52 йй. нәшер ителмәй. Журнал биттәрендә башҡорт әҙәбиәте, Башҡортостанда латиница һәм кириллицаны индереү, әҙәби башҡорт теле һәм дәреслектәр сығарыу проблемалары б‑са материалдар баҫыла. “Б.у.” алдынғы пед. тәж. пропагандалана, фәнни‑методик мәҡәләләр, дәрес өлгөләре, уҡыу пландары һәм программалары һ.б. баҫыла. Рубрикалары: “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте”, “Тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү”, “Тәбиғи һәм теүәл фәндәр”, “Тыуған яҡты өйрәнеү”, “Милли телдәр һәм әҙәбиәттәр”, “Башланғыс мәктәп”, “Урыҫ теле һәм әҙәбиәте” һ.б. Баш мөхәррирҙәре: Ченәкәй (1920 й. алып), И.Насыри (1925 й. алып), С.Ғәйнуллин (1931 й. алып), Ғ.Д.Дәүләтшин (1936 й. алып), М.Шаһибәкова (1938 й. алып), Ғ.Ғ.Ишбулатов (1952 й. алып), Н.И.Бикмәтов (1955 й. алып), Ә.В.Шоңҡаров (1961 й. алып), Ғ.Д.Ирғәлин (1966 й. алып), Ә.М.Ғарипов (1969 й. алып), С.Й.Ғүмәров (1971 й. алып), Т.С.Дәүләтбирҙина (2005 й. алып), С.Ғ.Кәримов (2007 й. алып).

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.10.2019