Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НАСЫРИ Имай

Просмотров: 1593

НАСЫРИ Имай [ысын исеме Насиров Имаметдин Низаметдин улы; 30.9.1898, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Түб. Уҫылы а. (БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны) — 29.3.1942 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 29.9.1942) Үрге Тавда ҡ.], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1934). Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Тыуған ауылында мәҙрәсәлә һәм Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһендә (1910—14) уҡыған. РКП(б) ҮК эргәһендәге өйәҙ ком‑ттары секретарҙары (1923), ВКП(б) ҮК эргәһендәге марксизм‑ленинизм (Мәскәү, 1934) курстарын тамамлаған. 1920 й. алып Көҙәй кантонында милиция нач., 1921—22 йй. Башҡ‑н милицияһының баш идаралығында сәйәси бүлек нач. урынбаҫары; 1924 й. — “Белем” ж., 1931—32 йй. һәм 1936— 37 йй. “Коммуна” (ҡара: “Ҡыҙыл таң”) гәз., 1934—36 йй. “Башҡортостан вышкаһы” гәз. мөхәррир, бер үк ваҡытта 1934 й. БАССР‑ҙың Мәғариф ХК‑нда инспектор, 1936 й. башлап “Һәнәк” ж. мөхәррире. Тәүге әҫәрҙәре 20‑се йй. башында “Башҡортостан хәбәрҙәре” гәз. баҫыла. Әҫәрҙәре башҡ. әҙәбиәтендә социалистик реализмдың формалашыуында мөһим роль уйнай. Нэпмандар, алыпһатарҙар, мещандарҙан, иҫке тормоштоң башҡа вәкилдәренән әсе көлгән “Ҡояш көлә лә, йылмая ла, ыржая ла” (1926), “Беҙҙең ҡала керҙәре” (1927) нәҫерҙәре башҡ. сатираһы өлгөләре булып тора. Мауыҡтырғыс сюжеттары м‑н айырылып торған “Гөлдәр” (1927), “Вагонда” (1929), “Һөжүм” (1930) повестарында героик характерҙар, ғәҙәти булмаған драматик ситуациялар һүрәтләнгән. “Кирбестәр көрәше” (1931), “Еңелгән ятыу” (1937) повестарының төп темаһы — соц. ҡоролош шарттарында кеше аңының яңырыуы. Автобиографик һәм документаль материалға нигеҙләнгән “Күҙәй” романында (1936) яҙыусы Башҡортостандағы революцион көрәштең тарихи һәм милли үҙенсәлектәрен сағылдыра, совет власы өсөн көрәшеүсенең сағыу образын тыуҙыра. БашҮБК ағзаһы (1920—24). 1937 й. репрессиялана (төрмәлә вафат була). 1956 й. аҡлана. Ишембай һәм Стәрлетамаҡ ҡҡ. яҙыусының исеме м‑н урамдар аталған, Өфөлә һәм тыуған ауылында Н. йәшәгән йорттарға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Ә ҫ ә р ҙ.: Ҡарлуғастар: хикәйәләр. Өфө, 1926; Сәскәләр... Ләкин башҡалар: нәҫерҙәр йыйынтығы. Өфө, 1927; Әҫәрҙәр: 3 томда. Өфө, 1957—1968.

Әҙәб.: З а р и п о в Н.Т. Имай Насыри: тормошо һәм ижады. Өфө, 1983; История башкирской советской литературы. Ч.1. Уфа, 1961.

 

Тәрж. М.В.Хәкимова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: