Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИШУҢҒАР ҠУРҒАНДАРЫ

Просмотров: 789

БИШУҢҒАР ҠУРҒАНДАРЫ, Сармат мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 3—2 бб. ҡарай. Ҡырмыҫҡалы р‑ны Бишауыл‑Уңғар а. көньяҡҡа ҡарай 2 км алыҫлыҡта Ҡарлыман й. һул ярында урынлашҡан. 1960 й. А.П.Шокуров тарафынан асыла, 1966 й., 1968 й., 1972 й. А.Х.Пшеничнюк (7 ҡурған), 1991 й. В.Н.Васильев (2) өйрәнә. Тупраҡ өйөп яһалған ҡурғанлы ҡәберлектәргә ҡарай (диам. 16—25 м, бейеклеге 0,4—0,7 м). 23 ҡурғандан тора (Шокуров мәғлүмәттәре б‑са, 30), 9‑ы (58 ҡәбер) ҡаҙылған. Өйрәнелгән ҡурғандарҙың һәр береһендә 3—12 ҡәбер табылған. Ҡәберҙәрҙең күпселеге — түңәрәк буйлап, 1 йәки 2 ҡәбер уртала урынлашҡан. Мәйеттәр тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарына (1,5—2 м тәрәнлектә) салҡан ятҡырып, башы м‑н көньяҡҡа ҡаратып ерләнгән. Ҡайһы бер ҡәберҙәрҙә баҫҡыстар (0,2 м киңлектә), оҙон стена буйлап таяуҙар, яндырылған балсыҡ ҡатламдары табылған. Керамика түңәрәк һәм яҫы төплө туҫтаҡ рәүешендә әүәләп яһалған һауыттар, йәйпәк һәм кубок рәүешендәге хуш еҫле үләндәр яндырыу өсөн һауыт ғибәрәт. Ҡыҙыл балсыҡтан көршәксе түңәрәгендә Урта Азияла яһалған һауытһаба осрай. Ҡәбергә ҡабарынҡы ситле түңәрәк бронза көҙгө, бронза һәм тимер өс йәпле уҡ башаҡтары, бронза һәм алтындан дүңгәләк рәүешендәге сикә суҡтары, ике яғы ла үткер тимер ҡылыстар һәм осо ураҡ һымаҡ бөгөллө хәнйәрҙәр, таш, мәрйен һәм быяла муйынсаҡтар һалынған. Ҡомартҡы Көньяҡ Уралға һинд‑иран ҡәбиләләре төйәкләнеүе барышын сағылдыра. Б.ҡ. материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

А.Х.Пшеничнюк

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019