Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БРОНЗА БЫУАТЫ

Просмотров: 1057

БРОНЗА БЫУАТЫ, баҡыр металлургияһынан еңел иреүсәнлеге (700—900°C), яҡшы ҡойолоусанлығы, тутығыуға сыҙамлылығы, механик һәм технологик үҙенсәлектәре м‑н айырылып торған бронзаны (баҡырҙың мышаяҡ, аҡ ҡурғаш, ҡурғаш һәм һөрмә м‑н иретмәһе) файҙаланыуға күсеү м‑н билдәләнеүсе тарихи-мәҙәни дәүер. 3 осорға бүленә: иртә (б.э.т. 3‑сө мең йыллыҡ), урта (б.э.т. 3‑сө мең йыллыҡ аҙағы — 2‑се мең йыллыҡ башы) һәм һуң (б.э.т. 2‑се — 1‑се мең йыллыҡ башы). Был дәүерҙә КөньяҡУралда Абаш мәҙәниәте, Алакүл мәҙәниәте, Бура мәҙәниәте, Ҡазан буйы мәҙәниәте, Межа мәҙәниәте, Петровка мәҙәниәте, Сарғары мәҙәниәте, Турбин мәҙәниәте, Фёдоровка мәҙәниәте, Һынташты мәҙәниәте, Черкаскүл мәҙәниәте барлыҡҡа килә.

Көньяҡ Уралда Б.б. иң иртә археологик ҡомартҡылары б.э.т. 2‑семең йыллыҡ башына ҡарай. БР‑ҙа Б.б. ҡараған яҡынса 600 ҡомартҡы табылған, уларҙың күбеһе Ағиҙел, Дим, Кама, Урал, Ыҡ, Әй һ.б. йылғалар басс. урынлашҡан. Көньяҡ Уралбаҡыр рудниктарын эшкәртеү энеолит осоронда башлана. Баҡыр рудаһы ятҡылыҡтарына айырыуса Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүҙәре (Дим, Урал, Һаҡмар һ.б. йй. басс.) бай. Ҡарғалы руднигында сығарылған руда урындағы ихтыяж өсөн ҡулланылған, Дон й. Тиклем Урта һәм Түбәнге Волга буйына ташылған. Ер өҫтө ятҡылыҡтары рудаһы сығарылған (ҡара: Баҡырүҙәк, Ташҡаҙған руднигы), шахта һәм штольнялар төҙөлгән. Бронза ҡорал эшләү процесы бернисә баҫҡыстан торған: руда ятҡылығын эҙләү, руда сығарыу, иретеү, сүкеү, формаларға ҡойоу. Тәүҙә руда байыҡтырылған (баҡыр иретеү өсөн файҙаланылған малахит һәм азуритты һайлап, сығарылған руда киҫәктәрен таш сүкештәр м‑н ваҡлағандар). Беренсел иретеү 1083°C ашыу т‑рала эзбизташ плиталар м‑н көпләнгән соҡорҙа йәки балсыҡ нигеҙгә ултыртылған һауытта (тигелдәрҙә), күмер һәм флюс (шлак бүленеүҙе һәм иреүҙе тиҙләтеүсе минерал) һалып башҡарылған. Алынған металл ҡойолмалары (1,5—4 кг) ваҡланған һәм таҙартылған (“таҙа” иретеү). Иретмә балсыҡ йәки таш ҡалыптарҙа ҡойолған.

Бронза ҡойоу эше м‑н шөғөлләнеү эҙҙәре (ҡойоу формалары, иретеү туҫтаҡтары һәм тигелдәре, шлак һәм баҡыр рудаһы бөртөктәре) Айыт торамаһында, Баланбашта, Таулыҡай торамаһында һ.б. табылған. Ябай асыҡусаҡта иретеү мөмкинлеге биргән түбән иреү т‑ратураһы бронза әйберҙәрҙең киң таралыуына булышлыҡ иткән. Бронза биҙәүестәр яһаған ваҡытта ш. уҡ алтын, көмөш, ҡурғаш ҡулланылған (балдаҡтар, суҡтар һ.б. әй‑берҙәр алтын йәки көмөш фольга м‑н көпләнгән). Хәнйәр, һөңгө осо, бысаҡ, ураҡ, балта, биҙәүестәр һ.б. бронза әйберҙәр киң ҡулланылыш тапҡан һәм сауҙа йәки алмашыу объекты булған (ҡара: Ҡуғанаҡ хазинаһы, Миловка хазинаһы). Б.б. торамалары һыубаҫар туғайҙарҙан өҫтәге киртләс майҙандарында урынлашҡан. Нығытылған (Арҡайым, Берсуат һ.б.) һәм нығытылмаған торамалар (Йомаҡ торамалары, Таналыҡ, Төбәк һ.б.) осрай. Торлаҡтар тура мөйөшлө, 1 йәки 2 яҡлы япмалы ер өй һәм ярым ер өйҙәрҙән, ер өҫтөнә төҙөлгән бүрәнә ҡоролмаларҙан; керамика геометрик орнаментлы банка йәки көршәк рәүешендәге һауыттарҙан ғибәрәт. Б.б. ерләү ҡомартҡылары — ҡурғанһыҙ һәм ҡурғанлы ҡәберлектәр. Өҫтө‑өҫтөнә йәки бер нисә мәйет бергә ерләнгән ҡәберҙәр осрай. Төп ерләү ысулдары: салҡан йәки бөгәрләнгән килеш ҡабырғаға ятҡырып. Көтөү малсылығы (башлыса һыйыр малы һәм йылҡы үрсеткәндәр), игенселек, һөйәктән әйбер ҙәр яһау, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ, емеш-еләк йыйыу төп хужалыҡ тармаҡтары булған; туҡыусылыҡ (орсоҡбаш табылған) үҫеш алған. Тәгәрмәсле транспорт булған (тәгәрмәс туғыны һәм арасаһы эҙҙәре, псалийҙар табылған). Бронза етештереүҙе камиллаштырыу металлургияның артабанғы үҫешенә һәм таусы, металлург, күмер яндырыусы һ.б. һөнәрҙәр барлыҡҡа килеүгә, соц.‑иҡт. мөнәсәбәттәр әүҙемләшеүгә һәм миграция көсәйеүгә булышлыҡ итә. Б.э.т. 2‑се мең йыллыҡта Көньяҡ Уралда Көнсығыш Европа далаһы һәм урман далаһы мәҙәниәт генезының иң әүҙем усаҡтарының береһе барлыҡҡа килә.

Б.б. аҙағындаүҫеш алған археологик мәҙәниәттәр (Алакүл, Межа, Ҡазан буйы, Бура, Черкаскүл һ.б.) иртә тимер быуат мәҙәниәттәре (Ананьин мәҙәниәте, Горохов мәҙәниәте, Ҡормантау мәҙәниәте, Савромат мәҙәниәте, Итҡол мәҙәниәте һ.б.) формалашыуға булышлыҡ итә. Б.б. өйрәнеүселәр: В.С.Горбунов, Ю.А.Морозов, М.Ф.Обыдённов, Г.Т.Обыдённова, К.В.Сальников һ.б.

Әҙәб.: Гришин Ю.С. Древняя добыча меди и олова. М., 1980.

В.С.Горбунов, Ю.А.Морозов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина


Ареалы археологических культур и основные памятники бронзового века:   А    Б

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: