Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘХМӘТЙӘНОВ Зәйнетдин Низаметдин улы

Просмотров: 1194

ӘХМӘТЙӘНОВ Зәйнетдин Низаметдин улы [21.9.1897, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Яңғыҙҡайын а. (БР‑ҙың Ғафури районы) – 30.1.1990, Өфө ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1944). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. 1930—41 йй. Ғафури районының “Ҡыҙыл яр” колхозында эшләй. 1943 й. алып Төньяҡ‑Көнбайыш, 1‑се Украина, 1‑се һәм 2‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 1‑се гвардия танк армияһының 11‑се гвардия танк корпусы 134‑се айырым гвардия сапёрҙар батальоны сапёры гвардия ефрейторы Ә. 1944 й. 30 июлендә Сандомир ҡ. (Польша) көньяҡтараҡ Висла й. һул ярына десант сығарғанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) Ғафури районындағы Ленин исемендәге колхозда эшләй. 1960 й. алып Өфө ҡ. йәшәй. Ленин (1944), 1‑се (1985) һәм 2‑се (1945) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары менән бүләкләнгән. Яңғыҙҡайын урта мәктәбендә Ә. музейы асылған; Өфө ҡ. ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ, тыуған ауылында бюст ҡуйылған.

Әҙәб.: М э р г э н К. Труд солдата //Славные сыны Башкирии. Кн.2. Уфа, 1966.

Тәрж. М.Х.Хужин

И.Ғ.Кәримова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.01.2023