Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӘҘРЕТДИНОВ Миңнулла Бәҙретдин улы

Просмотров: 1093

БӘҘРЕТДИНОВ Миңнулла Бәҙретдин улы [1901, Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Сорғолдо а. (БР‑ҙың Тәтешле районы) — 29.9.1943, Украина ССР‑ы Войсковое а. янында, Вовниги а. ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1944). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. 1930 й. алып Тәтешле районының “Спартак” колхозында эшләй. 1941 й. декабренән Брянск, Воронеж һәм Көньяҡ‑Көнбайыш фронттарҙа хеҙмәт итә. Герой исеменә 6‑сы армия 25‑се гвардия уҡсылар дивизияһы 78‑се гвардия уҡсылар полкы уҡсыһы гвардия сержанты Б. 1943 й. 26 сентябрендә Войсковое а. төньяҡтараҡ Днепр й. аша сыҡҡанда һәм 29 сентябрҙә уң ярҙағы плацдармды киңәйткәндә күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1944), Ҡыҙыл Байраҡ (1943) ордендары менән бүләкләнгән. Тәтешле районында Б. исеме Үрге Тәтешле а. урамға бирелгән, Үрге Тәтешле һәм Сорғолдо аа. уға бюстар, Сорғолдо башланғыс мәктәбе бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: С а д р е т д и н о в М. Отчизна на подвиг звала //Славные сыны Башкирии. Кн.4. Уфа, 1979.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.01.2023