Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЙМЫРҘИН Ғаяз Исламетдин улы

Просмотров: 1137

БАЙМЫРҘИН Ғаяз Исламетдин улы [1.1.1913, Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Ғәлекәй а. (Силәбе өлкәһе Арғаяш районы) — 7.5.1948, Умань ҡ. янында], лётчик, гвардия майоры (1943). Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Энгельс хәрби авиация мәктәбен тамамлаған (1940). 1936 й. алып Совет армияһында. 1942 й. июненән алыҫ араға осоусы авиацияла хеҙмәт итә. Герой исеменә 4‑се гвардия авиация корпусы 4‑се гвардия авиация дивизияһы 13‑сө гвардия авиация полкының эскадрилья командиры урынбаҫары гвардия майоры Б. 220 хәрби осошта хәрби‑сәнәғәт объекттарын бомбаға тотҡаны һәм партизан отрядтарына йөк ташығаны өсөн лайыҡ була (1944 й. октябренә ҡарата). Ленин (1944), Ҡыҙыл Байраҡ (1943), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары менән бүләкләнгән. Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ а. урамға, Арғаяш а. 2‑се урта мәктәпкә Б. исеме бирелгән; Ҡоншаҡ а. мәктәп янында Геройға — һәйкәл, Арғаяш а. 2‑се мәктәп бинаһына таҡтаташ ҡуйылған; Б. уҡыған Белорет металлургия техникумы музейында уға стенд арналған.

Әҙәб.: К о в а л ь Ю. Взлёт //Славные сыны Башкирии. Кн.4. Уфа, 1979.

И.Ғәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.01.2023