Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАННИКОВ Василий Васильевич

Просмотров: 1581

БАННИКОВ Василий Васильевич [1.11.1925, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Ергән а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны) — 12.12.1951, Өфө], Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1943 й. авг. алып Көньяҡ‑Көнбайыш, 3‑сө Украина һәм 1‑се Белоруссия фронттарында 8‑се гвардия армияһы 74‑се гвардия уҡсылар див. орудие ком. булып хеҙмәт итә. Дан орд. м‑н Б. 1944 й. 11, 17 һәм 23 майында Ковель ҡ. көнсығыштараҡ, 6 һәм 12 авг. Магнушев ҡ. (Польша) көнсығыштараҡ һәм 1945 й. апр.—майында Берлиндағы һуғыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнә. 1948 й. гвардия өлкән сержанты Б. демобилизациялана. 1‑се (1946), 2‑се (1944 й. сент.) һәм 3‑сө (ш. уҡ йылдың июне) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Фридман В. За слёзы наших матерей //Славные сыны Башкирии. Кн.5. Уфа, 1985.

Ғ.Һ.Булатов, Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2019