Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАСМАНОВ Гавриил Иванович

Просмотров: 1121

БАСМАНОВ Гавриил Иванович [1920, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Покровка а. (БР‑ҙың Стәрлетамаҡ районы) — 1.3.1945, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. мартынан Үҙәк, Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 13‑сө армия 74‑се уҡсылар дивизияһы 360‑сы уҡсылар полкы радисы рядовой Б. 1943 й. 23—25 сентябрендә Белорус ССР‑ының Комарны а. төньяҡтараҡ Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1944 й. демобилизациялана. Ленин (1943), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары менән бүләкләнгән. Б. исеме Покровка а. һәм Стәрлетамаҡ ҡ. урамдарға бирелгән; Стәрлетамаҡ ҡ. һәм Стәрлетамаҡ районы Наумовка а. уға һәйкәлдәр, Наумовка һәм Покровка аа. мәктәп биналарына мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.

  Әҙәб.: Б у л а т о в Г. На Днепровском плацдарме //Славные сыны Башкирии. Книга 3. Уфа, 1968.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.10.2022