Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЕЗЦЕННЫЙ Виктор Николаевич

Просмотров: 1007

БЕЗЦЕННЫЙ Виктор Николаевич (20.7.1924, Дмитриевск ҡ. — 2.12.1976, Макеевка ҡ. ерләнгән), Советтар Союзы Геройы (1943). Өлкән лейтенант (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Өфө хәрби пехота училищеһын тамамлаған (1943). 1941—42 йй. Иглин районы Иглин а. эшләй. 1942 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1943 й. майынан Үҙәк, Белоруссия һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 65‑се армия 193‑сө уҡсылар дивизияһы 865‑се уҡсылар полкының взвод командиры лейтенант Б. 1943 й. 15 октябрендә Белорус ССР‑ының Лоев ҡасабаһы эргәһендә Днепр й. аша сыҡҡанда һәм уң ярҙағы плацдармды һаҡлап алып ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) Луганск, Макеевка һәм Мукачево ҡҡ. юрист булып эшләй. Ленин ордены менән бүләкләнгән (1943). Б. исеме Макеевка ҡ. урамға, Иглин а. 1‑се урта мәктәпкә бирелгән, шулай уҡ мәктәп һәм Е.Иглина исемендәге парк территорияһында уға һәйкәлдәр ҡуйылған.

 Әҙәб.: Кизин Ю. Порыв //Славные сыны Башкирии. Кн.3. Уфа, 1968.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.04.2023