Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮТКӘРГЕС ТОРБА АРМАТУРАҺЫ

Просмотров: 1173

ҮТКӘРГЕС ТОРБА АРМАТУРАҺЫ, үткәргес торбаның стандарт элементтары, төп ҡорамалдар составына инмәгән, ләкин ташыла торған мөхит (газ хәлендәге, газ-шыйыҡса, шыйыҡ һ.б.) м‑н идара итеү өсөн кәрәк булған ярҙамсы ҡоролмалар. Тәғәйенләнеше б‑са Ү.т.а. бикләй торған (затворҙар), көйләй торған (дросселдәр), һаҡлаған (һаҡлағыстар), контролдә тотҡан (к

 

үрһәткестәр) һ.б. төрҙәргә бүленә. Ү.т.а. эш мөхитенең төрөн, баҫымын һәм т‑раһын (-60 алып 600°С тиклем), климатик шарттарҙы (тирә‑яҡтағы һауа т‑раһы -60оС тиклем булғанда эксплуатациялау) иҫәпкә алып һәм герметиклыҡ нормаларына ярашлы затворҙар ҡуйып яһала. Эш мөхитенең шартлау һәм янғын хәүефлегенә, Ү.т.а. шартлы үткәреүсәнлегенә бәйле Ү.т.а. м-н идара итеү өсөн гидро‑, пневмо‑, электр һәм ҡул приводтары ҡулланыла ала. Ү.т.а. газ сәнәғәтендә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡта, микробиология сәнәғәтендә, нефтехимия сәнәғәтендә, химия сәнәғәтендә, энергетикала файҙаланыла. Башҡортостанда Ү.т.а. Благовещен арматура заводында (1942 й. алып), “Салаватнефтемаш” ААЙ-нда (1965—2002 йй.) һ.б.

 

етештерелә.

Н.И.Коновалов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: