Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АБЕРДИН-АНГУС ТОҠОМО

Просмотров: 1067

АБЕРДИН-АНГУС ТОҠОМО, һыйыр малының ит йүнәлешле тоҡомо, 18 б. аҙ. Абердин һәм Ангус графлыҡтарында сығарылған (Шотландия). Һаны б‑са итле тоҡомдар араһында донъяла 2‑се һәм РФ‑та 4‑се урынды биләй. Беҙҙең илдәге был тоҡом 20 б. 30‑сы йй. Волгоград өлк. ҡалмыҡ тоҡомло һыйырҙарҙы А.‑а.т. үгеҙҙәрҙән йотоулы ҡасырыу ысулы м‑н алынған. Һуңғы йылдарҙа А.‑а.т. ҡулланып яңы ит йүнәлешле тоҡом — русская комолая сығарылған. Кәүҙәһе тәпәш һәм йомро, нәҙек, әммә ныҡ һөйәкле һәм һәйбәт үҫешкән мускулатуралы, муйыны ҡыҫҡа, тиреһе йомшаҡ, йоҡа, һығылмалы, аяҡтары ҡыҫҡа. Туҡал мал, ҡара төҫтә (ҡыҙыл һәм ҡуңыр төҫтәр осрай), һыйырҙарҙың ауырлығы 500—600 кг, үгеҙҙәрҙеке — 700—800 кг. Башҡортостанға А.‑а.т. тәүге тапҡыр 20 б. 60‑сы йй. башында сәнәғәт ҡасырыуы өсөн килтерелә (тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, был осраҡта йәш малдың үҫеү интенсивлығы 12—16%‑ҡа, һуғым ауырлығы 4—6%‑ҡа арта, малдың ит сифаты һиҙелерлек яҡшыра). 80‑се йй. респ. тоҡомсолоҡ хужалыҡтарында Бөтә Рәсәй ит малсылығы ҒТИ (Ырымбур ҡ.) ғалимдары сығарған А.‑а.т. тиҙ өлгөрөүсән һәм урындағы шарттарға яраҡлашыусан тибы файҙаланыла башлай. Тере ауырлығы (кг): һыйырҙар — 600, үгеҙҙәр — 1000, 8 айлыҡ йәш мал — 230. БР‑ҙа А.‑а.т. нигеҙҙә Дүртөйлө, Иглин һәм Шишмә р‑ндары хужалыҡтарында тупланған (2012).Ҡатнаш һәм саф тоҡомло малдарҙың продуктлылыҡ сифаттары Ауыл хужалығы институтында (З.Ғ.Бикбулатов, Ғ.Ш.Ҡорбанғәлиев, Н.Г.Фенченко) һәм Аграр университетта (Р.С.Ғиззәтуллин, Н.Я.Ҡотдосов, Х.Х.Таһиров) өйрәнелгән.

Әҙәб.: Дмитриев Н.Г. Породы скота по странам мира. Л., 1978; Ресурсосберегающая технология мясного скотоводства (рекомендации). Уфа, 2012.

Р.С.Ғиззәтуллин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019