Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУПРАҠТЫҢ АГРОФИЗИК ҮҘЕНСӘЛЕКТӘРЕ

Просмотров: 1562

ТУПРАҠТЫҢ АГРОФИЗИК ҮҘЕНСӘЛЕКТӘРЕ, тупраҡтың физик торошон ҡылыҡһырлай, үҫемлектәрҙең үҫеү һәм үҫеш шарттарын билдәләй. Т.а.ү. структур состав, сағыштырма һәм күләм ауырлығы, көпшәклелек, дым, һауа, йылы һыйышлыҡ һ.б. инә. Т.а.ү. тупраҡтың механик составына, ундағы серетмә миҡдарына, игенселек системаһына һ.б. бәйле. Ер эшкәртеү алымдары, органик ашламалар индереү, мелиорация төрҙәре, фәнни яҡтан нигеҙләнгән сәсеү әйләнештәрен ҡулланыу ярҙамында көйләнә. Башҡортостанда һөрөнтө ерҙәрҙең физик торошона комплекслы тикшереү үткәрелгән (ҡара: табл.). Респ. тупраҡтарына башлыса 60—70%‑ҡа тиклем балсыҡлы өлөшсәләр (<0,01 мм) булған ауыр гранулометрик состав хас. Һыу үткәреүсәнлек (мм/сәғ.): кәҫле көлһыу тупраҡ — 116, һоро урман тупрағы — 190, ҡара тупраҡ — 342. Тупраҡтың һауа һыйышлығы уртаса 15—25% тәшкил итә, һөрөнтө ҡатламда кислород миҡдары — 20,1—20,9%, углекислый газ — 0,1—0,62%. Респ. тупраҡтары өсөн көпшәклелек (50—60%), күләм ауырлығы (1,01—1,25 г/ см3), баҫыуҙағы (45—50%) һәм тулы (55—60%) дым һыйышлыҡ, тупраҡ т‑раһы (20°С) күрһәткестәренең бәйләнеше а.х. культураларын үҫтереү өсөн оптималь булып тора. Шулай уҡ ҡара: Тупраҡ ғилеме.

Әҙәб.: Г а р и ф у л л и н Ф.Ш. Физические свойства почв и их изменение в процессе окультуривания. М., 1979.

Ф.Х.Хәзиев

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Башҡортостан һөрөнтө ерҙәренең агрофизик үҙенсәлектәре

 

Кәҫле көлһыу тупраҡ

Һоро урман тупрағы

Ҡара тупраҡ

аҡһыл һоро

һоро

ҡара-һыу һоро

көлһыу-ланған

йыуыл-ған

ти-пик

карбо-натлы

ябай

көнь-яҡ

Структур‑агрегат составы, %:

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

агрономик яҡтан ҡиммәтле агрегат миҡдары (0,25—10 мм)

61

65

70

77

74

69

72

55

74

71

һыуға сыҙамлы агрегат миҡдары (>0,25 мм)

67

60

63

71

70

68

59

48

57

59

Сағыштырма ауырлыҡ, г/см3

2,62

2,62

2,63

2,58

2,51

2,54

2,59

2,60

2,64

2,65

Күләм ауырлығы, г/см3

1,31

1,27

1,27

1,07

0,99

0,99

1,12

1,12

1,09

1,05

Дөйөм көпшәклелек, %

50

51

52

58

60

61

57

56

58

60

Макс. гигроскопик үҙенсәлек, %

5,4

5,9

5,2

8,7

11,0

10,8

9,7

7,4

9,2

8,5

Шиңеү дымлылығы, %

7,2

7,9

6,9

11,6

14,7

14,5

13,0

9,7

13,1

11,5

Дым һыйышлыҡ, %: баҫыуҙағы (иң аҙ)

21,0

27,8

25,0

31,3

45,6

39,9

37,2

31,1

36,1

37,6

капилляр

30

38

38

43

57

53

46

39

44

47

тулы

34

42

42

53

65

60

53

47

51

54

Актив дым диапазоны, %

13,8

19,9

18,1

19,7

30,9

25,4

24,2

21,4

23,0

26,1

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: