Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕРЕТМӘ

Просмотров: 1179

СЕРЕТМӘ (лат. humus — ер, тупраҡ), с е р е м т ә, тупраҡтың юғары молекуляр органик матдәләр комплексы. Үҫемлек, хайуан һәм бактерия ҡалдыҡтарының тарҡалыу продукттары сереү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. С. составына гумин, гематомелан к‑талары, фульвокислоталар, гумин һәм специфик булмаған берләшмәләр (лигнин, протеиндар, целлюлоза һ.б.) инә. Составында үҫемлектәрҙең төп туҡланыу элементтары (улар микроорганизмдар тәьҫирендә үҙләштерерлек формаға күсә) бар. С. күләме һәм сифаты б‑са тупраҡтың тәбиғи уңдырышлылығы (ҡара: Тупраҡтың уңдырышылылығы) кимәле, тупраҡтың агрофизик үҙенсәлектәре һәм тупраҡтың агрохимик үҙенсәлектәре билдәләнә. С. экологик функция башҡара: ағыулы матдәләрҙе һәм ауыр металдарҙы һеңдерә, уларҙың ер аҫты һыуҙарына йыуылып төшөүенә ҡамасаулай. С. миҡдары һәм сифаты — уның төрҙәрен билдәләү өсөн үҙенсәлекле билдә. Башҡортостан тупраҡтарында С. горизонты йоҡа. С. төп массаһы 0— 50 см (80%‑ҡа тиклем) тупраҡ ҡатламында, ш. иҫ. 0—30 см (40‑тан 60%‑ҡа тиклем) ҡатламда, тупланған. Төньяҡ урман‑дала зонаһында һәм төньяҡ‑көнсығыш урман‑дала зонаһында С. миҡдары аҡһыл һоро, һоро урман тупрағының һөрөнтө горизонтында — 2,6—4,0%, ҡараһыу һоро тупраҡта 6,0—7,0% тәшкил итә; Урал алды дала зонаһында йыуылған ҡара тупраҡта — 9,0%, типик ҡара тупраҡта — 7,5—8,5%; Урал аръяғы дала зонаһында ябай ҡара тупраҡта — 6,0—7,0%, көньяҡ ҡара тупраҡта — 5,0—6,0%. А.х. производствоһы шарттарында тупраҡтағы С. сығанағы — органик ашламалар һәм а.х. культураларының тупраҡта ҡалған тамыр һәм ҡамыл ҡалдыҡтары. Бөтә һөрөнтө ерҙәр С. миҡдары кәмеү процесына дусар. 20 б. 20‑се йй. алып 21 б. башына тиклем төньяҡ һәм төньяҡ‑көнсығыш урман‑даланың һөрөнтө һоро урман тупрағында уларҙың сиҙәм аналогтары м‑н сағыштырғанда С. миҡдары 20— 25%‑ҡа кәмегән. Һөрөнтө ҡара тупраҡта С. миҡдарының сиҙәм тупраҡтар м‑н сағыштырғанда кәмеүе Урал алды дала зонаһында 20%‑ҡа тиклем һәм Урал аръяғы дала зонаһында 25%‑ҡа тиклем тәшкил итә. Һөрөнтө ерҙәрҙә С. кәмеүенең төп сәбәптәре булып ерҙе интенсив эшкәртеү тәьҫире аҫтында уның минерализацияһы көсәйеүе һәм һөрөнтө ҡатламда үҫемлек ҡалдыҡтары, органик ашламалар рәүешендәге органик матдәләрҙең етерлек кимәлдә булмауы иҫәпләнә. Тупраҡта С. запастарының үҙгәреүенә бигерәк тә үҫтерелгән культура һәм агротехника йоғонто яһай. С. юғалтыу масштабтары һыу һәм ел эрозияһы башланғанда шаҡтай арта. С. миҡдарының кәмеүе — тупраҡ боҙолоуының төп сәбәптәренең береһе. Күп йыллыҡ үләндәр м‑н сәсеү әйләнештәрен, органик һәм минераль ашламаларҙың тулы дозаларын ҡулланыу С. миҡдарын а.х. культураларынан юғары һәм тотороҡло уңыш алыу өсөн кәрәк булған кимәлдә тоторға мөмкинлек бирә. Респ. тупраҡтарында С. күләмен һәм составын өйрәнеү б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 50‑се йй. башлап Аграр университетта (Ф.Й.Баһауетдинов, Д.В.Богомолов, Ф.Ш.Ғарифуллин, А.Ш.Ишемйәров, М.Б.Әмиров һ.б.) һәм Биология институтында (Ә.Х.Моҡатанов, Ф.Х.Хәзиев һ.б.) алып барыла.

Әҙәб.: Х а з и е в Ф.Х., Б а г а у т д и н о в Ф.Я. Углеводные компоненты органического вещества почвы. Уфа, 1987; Органическое вещество почв Башкирии. Уфа, 1991; Б а г а у т д и н о в Ф.Я., Х а з и е в Ф.Х. Состав и трансформация органического вещества почв. Уфа, 2000.

Ф.Й.Баһауетдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019