Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АРЫҪЛАН, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 802

АРЫҪЛАН, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Арыҫлан а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 30 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнс. табан 35 км алыҫлыҡта Саҡша й. (Әй й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 512 кеше; 1920 — 661; 1939 — 765; 1959 — 542; 1989 — 726; 2002 — 665; 2010 — 719 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 1837 й. Бәләбәй өйәҙе Түбәнге Бишенде һәм Балтай аа. (хәҙ. икеһе лә Туймазы р‑ны) үҙ ерҙәренә әйләнеп ҡайтҡан (уларҙың ата‑бабалары 1725 й. шунда күсеп ултырған) Троицк өйәҙе Әйле улусы башҡорттары нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе зауряд‑сотник Арыҫлан Таймаҫов исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Абдразаҡ, Яңы Туғыҙлы исемдәре м‑н билдәле булған. 1865 й. 40 йортта 192 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, мәктәп, 2 бакалея кибете теркәлгән. Р.Р.Ғатауллин, Р.Н.Ғәлиәхмәтов ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019