Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АБАЛКИН Леонид Иванович

Просмотров: 1752

АБАЛКИН Леонид Иванович (5.5.1930, Мәскәү ҡ. — 2.5.2011, шунда уҡ), иҡтисадсы. РФА (1987), Грузия ФА (1996) академигы, Белоруссия ФА‑ның сит ил ағзаһы (2000), БР ФА‑ның почётлы академигы (2002). Иҡтисад фәндәре докторы (1971), профессор (1972). Г.В.Плеханов исемендәге Мәскәү халыҡ хужалығы институтын тамамлаған (1952), 1961 й. алып шунда уҡ (1966 й. башлап сәйәси иҡтисад кафедраһы мөдире), 1976 й. — КПСС ҮК эргәһендәге Ижтимағи фәндәр академияһында (1978 й. алып сәйәси иҡтисад кафедраһы мөдире) уҡыта. 1986 й. башлап РФА‑ның Иҡтисад институты директоры, бер үк ваҡытта 1989—91 йй. СССР МС‑ы рәйесе урынбаҫары һәм СССР МС‑ының Иҡтисад реформаһы буйынса дәүләт комиссияһы рәйесе. Фәнни тикшеренеүҙәре сәйәси иҡтисадтың теоретик һәм методологик проблемаларына, хужалыҡ механизмы теорияһын эшләүгә арналған. “Вопросы экономики”  (“Иҡтисад мәсьәләләре”) журналының баш мөхәррире. Халыҡтар дуҫлығы (1986), Почёт (2005), 3‑сө (2010) һәм 4‑се (2000) дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” ордендары менән бүләкләнгән.

  Хеҙм.: Политическая экономия и экономическая политика. М., 1970; Хозяйственный механизм развитого социалистического общества. М., 1973; Новый тип экономического мышления. М., 1987.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 23.06.2022
Шәхестәр:
0