Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘХТӘМОВ Ибраһим Әбүсүғүт улы

Просмотров: 979

ӘХТӘМОВ Ибраһим Әбүсүғүт улы (9.5.1880, Өфө ҡ. — 14.10.1936, Мәскәү ҡ.), революция хәрәкәте эшмәкәре. Ә.Ә.Әхтәмовтың улы. 1901—17 йй. РСДРП ағзаһы. Ҡазан университетының юридик факультетында уҡыған (1901 й. ҡыуыла). Быуат башында Ҡазан, Өфө, Харьков ҡҡ. һәм Таврия губернаһында партия эшендә була. 1903—06 йй. революцион эшмәкәрлеге өсөн бер нисә тапҡыр ҡулға алына һәм һөргөнгә ебәрелә. 1910 й. тирәһендә Өфө округ судының присяжный вәкиле, 1913—16 йй. һәм 1918 й. Өфө ҡала думаһы гласныйы. 1917 й. яҙында Өфө эшсе һәм һалдат депутаттары советы ағзаһы, РСДРП‑ның Өфө берләштерелгән ойошмаһы комитеты рәйесе, көҙөндә Өфө меньшевиктар ойошмаһы рәйесе. 1917—18 йй. Бөтә Рәсәй мосолман шураһы ағзаһы, Өфө дәүләт кәңәшмәһендә ҡатнашыусы. 1922 й. алып СССР Үҙәк ҡулланыусылар йәмғиәте союзы юрисы (Мәскәү ҡ.). 1‑се Бөтә Рәсәй мосолмандары съезында ҡатнашыусы.

Әҙәб.: Ибн.Ә.Әхтәмов мәҡ. ҡарағыҙ.

Тәрж. М.Х.Хужин

С.М.Исхаҡов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.10.2021