Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АНГИНА

Просмотров: 1436

АНГИНА (лат. аngina — быуылыу), кешенең аңҡау миндалиналары шешеүҙән барлыҡҡа килгән киҫкен инфекцион ауырыуы. А. тыуҙырыусылар — бактерияларҙың Staphylococcus, Streptococcus һ.б. төркөмдәренә ингән патоген төрҙәре. А. аңҡау миндалиналарының лайлалы тиресәһе шешеүе һәм ҡыҙарыуы хас булған катараль, аңҡау миндалиналарының лимфоидлы туҡымаһында фолликулалар эренләүе м‑н билдәләнгән фолликуляр, аңҡау миндалиналарының лакуналарында һарғылт‑аҡ үңәҙ барлыҡҡа килеүе м‑н билдәләнгән лакунар төрҙәргә айыралар. Һауа аша йәки алиментар юл м‑н йоға. Сәбәпсе шарттар: организмдың өшөүе, иммунитет ҡаҡшау һ.б. Төп симптомдары: йотҡанда ауыртыу, баш ауыртыу, тән т‑раһы күтәрелеү, дөйөм хәлһеҙлек. Диагностика өсөн лаб. тикшереү (миндалина микрофлораһын сәсеү) мәғлүмәттәрен ҡулланалар. Дауалау медикаментоз, физиотерапевтик (ингаляция, ультрафиолет нурланыш һ.б.). Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: паратонзиллит, парафарингеаль флегмона, сепсис, медиастинит һ.б. Иҫкәртеү: организмды сыныҡтырыу, хроник инфекция сығанаҡтарын ваҡытында дауалау һ.б. Медицина университетында 20 б. 40—70‑се йй. септик А. һуң өҙлөгөүҙе иҫкәртеү (Н.Н.Лозанов, С.З.Лоҡманов), А. ваҡытында гемопоэзды көсәйтеү өсөн рентген нурҙарын файҙаланыу (Е.Д.Дубова, В.А.Смирнова), А. стрептоцид (Смирнова, А.К.Чурбанова) һәм антиретикуляр цитотоксик сыворотка (Г.Ф.Хәбибуллина) м‑н дауалау б‑са фәнни тикшеренеүҙәр үткәрелә. 90‑сы йй. башлап А. антибиотиктар ҡулланып ҡатнаш ысулдар (Ә.И.Бикбаева), пиобактериофаг һәм иммуноглобулиндар (Ф.Ә.Хафизова), цитокиндар һәм бактериаль лизаттар (Л.Ф.Аҙнабаева, Н.А.Арефьева) м‑н дауалау б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла. Шулай уҡ ҡара: Оториноларингология.

Н.А.Арефьева, Г.Н.Крючкова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: