Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АППЕНДИЦИТ

Просмотров: 1424

АППЕНДИЦИТ (лат. appendix — ҡушылма), һуҡыр эсәктең селәүсен һымаҡ үҫентеһенең шешеүе. Селәүсен һымаҡ үҫентенең киңлеге тарайғанда йәки йыуан эсәк таштары м‑н ябылғанда, ҡыл селәүсендәр м‑н тығылғанда, лайлалы тиресә шешенгәндә һ.б. барлыҡҡа килә, был ваҡытта эсәктәрҙәге бактериялар шешеү процесының көсәйеүенә булышлыҡ итә. Киҫкен һәм хроник була. Киҫкен А. катараль, флегмоналы һәм гангреналы формаларға айыралар. Киҫкен А. төп симптомдары: эс ауыртыу (эпигастраль, уң яҡ бығым өлкәһе), уҡшыу, ҡоҫоу, тән т‑раһы күтәрелеү (балаларҙа симптомдар нығыраҡ сағыла). Хроник А. уң яҡ бығым өлкәһендә ваҡыты‑ваҡыты м‑н булып торған ауыртыу һәм диспепсия күренештәре хас. Диагностика өсөн клиник, лаб. һ.б. тикшеренеү мәғлүмәттәрен ҡулланалар. Дауалау хирургик. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: аппендикуляр инфильтрат йәки абсцесс, ҡорһаҡ ярыһының йәбешеү ауырыуы, перитонит.

БР‑ҙа киҫкен А. б‑са 2005 й. 10183 кешегә операция яһала; 2007 — 9636; 2009 — 10077. Медицина университетында А. диагностикалау (О.В.Ғәлимов, М.М.Мырҙанов, В.М.Тимербулатов), балаларҙа (А.Ә.Ғүмәров, М.Ғ.Мәүлитова) һәм ололарҙа (Ә.С.Дәүләтов, М.Ә.Нартайлаҡов, В.В.Плечев) операциянан һуңғы өҙлөгөүҙәрҙе иҫкәртеү б‑са фәнни тикшеренеүҙәр алып барыла, операциянан һуң өҙлөккән ауырыуҙарҙы диспансерлаштырыу проблемалары өйрәнелә (Н.Ғ.Ғатауллин, П.Г.Корнилаев, Р.Р.Шәүәлиев).

М.Ә.Нартайлаҡов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: