Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘХМӘҘИЕВ Рөстәм Рәйес улы

Просмотров: 1519

ӘХМӘҘИЕВ Рөстәм Рәйес улы (13.1. 1961, Өфө), физиолог. Мед. ф. д‑ры (2006), проф.  (2008). БДМИ‑ны тамамлаған (1984), 1987 й. алып шунда уҡ эшләй. 1989 й. башлап Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәгендә; 1992—2012 йй. (өҙөклөк м‑н) БДПУ‑ла (2009 й. алып Һаулыҡ мониторингы һәм коррекцияһы үҙәге дир.), 2000—09 йй. Башҡ‑н физик культура ин‑тының Кеше морфологияһы һәм физиологияһы каф. мөдире; 2016 й. башлап Респ. клиник психотерапия үҙәгендә эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге ғәҙәттән тыш йоғонто булғанда күреү функцияларының физиологияһы һәм патофизиологияһына арналған. Ә. ҡатнашлығында психофизиологик процестарҙы анализлау өсөн “Digit”, “Landolt” компьютер программалары, күреү системаһының арауыҡ һәм ваҡыт йышлыҡтары характеристикаһын тикшереү өсөн аппарат‑программа комплекстары эшләнә. 200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Психофизиологические аспекты оценки и восстановления зрительных функций у пользователей компьютерами. Уфа, 2012 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: