Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БҮРЕК

Просмотров: 1972

БҮРЕК, кәпәс, башҡорттарҙың тиренән тегелгән традицион баш кейеме. Ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙ Б. булған. Ирҙәр Б. бесеү варианттары: 4 ҡыйыҡтан, йөйлө 2 оҙонса ярым түңәрәктән йәки осо киҫелгән 4 ҡыйыҡтан һәм түңәрәк өҫлөктән. Ҡатын‑ҡыҙ Б. осо киҫелгән 4 ҡыйыҡтан һәм түңәрәк өҫлөктән тегелгән. Ирҙәр Б., нигеҙҙә, һарыҡ, төлкө, бүре, һеләүһен, ҡатын‑ҡыҙҙыҡын башлыса ҡама, ҡондоҙ, һыуһар һ.б. тиреһенән теккәндәр. Көньяҡ һәм көньяҡ‑көнсығыш башҡорттарында — нәҙек ҡырпыулы һарыҡ бәрәсе тиреһенән тегелгән кәпәс (тире кәпәс), Дим башҡорттарында — өҫкә табан киңәйтелгән, төлкө тиреһе ҡуйылған киң тирәсле, һарыҡ тиреһенән тегелгән Б. (төлкө бүрек), төньяҡ‑көнбайыш башҡорттарында тар ҡырпыулы һарыҡ тиреһе киҫәктәренән тегелгән Б. (меҫкен бүрек) киң таралған булған. Б. бәрхәт, беше туҡыма, буҫтау м‑н тышлағандар; ҡатын‑ҡыҙҙыҡын уҡа м‑н биҙәгәндәр. Ҡатын‑ҡыҙ Б. таҫтар йәки яулыҡ өҫтөнән кейгән. Ирҙәр Б. — бөтә төбәктә лә, ҡатын‑ҡыҙҙыҡы төньяҡ‑көнсығыш, көнсығыш, көньяҡ‑көнбайыш, үҙәк Башҡортостанда ҡулланылған. Тирәсе ҡама (ҡама бүрек) һәм ҡондоҙ (ҡамсат бүрек) тиреһе м‑н уратылған Б. байрамдарҙа кейелгән. Ҡайһы бер төрки халыҡтарҙа осрай.

С.Н.Шитова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: