Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЙЫМОВ Мөхтәр Әхмәтғәзи улы

Просмотров: 1419

БАЙЫМОВ Мөхтәр Әхмәтғәзи улы [10.5.1905, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Байым а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 10.7.1938, Өфө], филолог, йәмәғәт эшмәкәре. Ә.Х.Байымовтың улы. Көнсығыш пед. ин‑тында (Ҡазан, 1924—26) уҡыған, Ленинград көнсығыш ин‑тын тамамлаған (1930). Ғәрәп, ҡаҙаҡ, төрөкмән, төрөк, урыҫ, үзбәк, фарсы, әзербайжан телдәрен белгән. 1920—21 йй. Бөрйән‑Түңгәүер кантоны Яйыҡбай а. уҡытыусы, 1930—32 йй. Башҡ‑н милли мәҙәниәт ҒТИ‑ның ғилми хеҙм‑ре, ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты эргәһендәге В.И.Ленин һәм И.В.Сталин хеҙмәттәрен тәржемә итеү б‑са комиссия мөхәррире, 1932 й. алып “Культура революцияһы” ж. (ҡара: “Башҡортостан уҡытыусыһы”) яуаплы мөхәррире. 1933 й. башлап Башҡ‑н партия нәшриәте етәкс., 1934—36 йй. ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты инструкторы, 1936—37 йй. Башҡ‑н дәүләт нәшриәтенең нәфис әҙәбиәт секторы мөдире. Әҙәби башҡорт теле нигеҙҙәрен һәм нормаларын эшләүҙә, башҡ. теле һәм башҡорт әҙәбиәте б‑са дәреслектәр сығарыуҙа ҡатнашҡан. “Байыҡ” (1927) драмаһы, “Юлсыға” (1928) поэмаһы һәм шиғырҙар (әҫ. текстары һаҡланмаған) авторы. Унан яҙып алынған “Абдрахман кантон”, “Буранбай”, “Зөлхизә”, “Ҡаһым түрә”, “Сибай”, “Урал”, “Шәүрә” башҡ. халыҡ йырҙары өлгөләре “Башҡорт халҡ йырҙары” (Б. Мөхтәр Китабов булараҡ күрһәтелгән) һәм “Башҡорт халыҡ йырҙары һәм көйҙәре” йыйынтыҡтарына ингән. М.Ю.Лермонтов, Н.А.Некрасов, А.С.Пушкин, А.П.Чехов һ.б. әҫәрҙәрен башҡ. теленә тәржемә итә. Репрессиялана (1937), атыла. 1957 й. аҡлана.

Б.С.Байымов

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019