Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БӘХТЕЙӘРНАМӘ”, хикәйәт

Просмотров: 1064

“БӘХТЕЙӘРНАМӘ”, башҡ. һүҙ сәнғәте ҡомартҡыһы, ҡаймалы хикәйәт, Көнсығыш әҙәбиәтенә барып тоташа. 10 үҙ аллы өлөштән тора. Ҡаймалы сюжет нигеҙендә сабый сағында ата‑әсәһен юғалтҡан Бәхтейәр тарихы ята. Батша һарайы эргәһендәге ҡаҙнаны һаҡлаусы итеп тәғәйенләнгәндән һуң, вәзирҙәрҙең ялған ғәйепләүе арҡаһында, үлем язаһына тарттырыла. Язаны кисектереү өсөн, Бәхтейәр ғәйепһеҙҙәрҙе язалауға бәйле 10 ғибрәтле тарих һөйләй. Артабан батша уны, үҙенең юғалған улы икәнлеген белеп ҡалып, тәхеткә ултырта. 1750 й. ҡарай (авторы билдәһеҙ). Ҡомартҡыны 1975 й. Ырымбур өлк. Абдулла р‑ны Яңы Яҡуп а. археографик экспедиция таба. Проза формаһында. Текст 14—18 бб. таралған төрки телле ҡулъяҙмалар исемлеге түгел, ә яңы, ижади яҡтан эшкәртелгән версия булып тора. Әҫ. телендә ҡарлуҡ һәм уйғыр элементтары (ҡара: Боронғо һәм урта быуат төрки әҙәби телдәре) осраһа ла, унда Урал‑Волга буйы төркийенә хас киң ҡатлам бар. Әҫ. сюжет һәм композиция йыйнаҡлығы, тел һәм стиль ябайлығы м‑н айырыла. Йөкмәткеһе һәм стиле б‑са “Б.” м‑н бер ҡулъяҙма китапҡа ингән “Мәжмәғел хикәйәт” ҡомартҡыһына яҡын. Ҡулъяҙма ТТӘИ‑нең Ғ.Б.Хөсәйенов ис. ғәрәп графикалы ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фондында һаҡлана. Башҡорт әҙәбиәтендә “Б.” мотивтары һәм традициялары Ә.Ҡарғалы һәм Һ.С.Сәлихов әҫ. ҡулланылған. Әҫ. версиялары байтаҡ төрки халыҡтарҙың ауыҙ-тел ижадында йәшәй.

Әҙәб.: Бәхтиәрнамә //Ватандаш. 1999. №10—12; 2000. №1; Дакаики. Услада душ, или Бахтияр‑наме. М., 1977.

Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019