Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӨРӘФӘТИ ХИКӘЙӘ

Просмотров: 1783

ХӨРӘФӘТИ ХИКӘЙӘ, фольклор жанры, кешенең тәбиғи булмаған йән эйәһе м-н осрашыуы т-да ҡыҫҡа хикәйә. Һөйләүсенең үҙе йәки танышы м-н булған ваҡиға кеүек һүрәтләнә; уйҙырма хәл-ваҡиғаларҙы ысынбарлыҡ итеп һөйләү принцибы жанрҙың ойоштороусы эстетик башланғысы булып тора. Һөйләүсенең төп маҡсаты — көсөргәнешле психологик ситуация булдырыу. Х.х. боронғо замандарҙа барлыҡҡа килә һәм тәбиғәтте йәнләндереү, яҡшы һәм яуыз йән эйәләренә ышаныу (ҡара: Анимизм) м-н бәйле була. Х.х. сюжеты өсөн ваҡиғалар урынын һәм ваҡытын һүрәтләүҙә үҙгәртеүҙәр хас, мәҫ.: ғәҙәти урын — ҡараңғы урман, һаҙлыҡ, йылға йәки күл яры, йырын, зыярат һ.б.; ваҡыт – төн, таң, эңер төшкән мәл. Х.х. кульминацияһы — кешенең тәбиғи булмаған йән эйәһе (башҡорттарҙа аждаһа, албаҫты, бисура, мәскәй, шайтан, эйә һ.б.) м-н осрашыу моменты. Халыҡ ышаныуҙары б-са, уларҙың 2 тибы бар: яуыз, зарарлы заттар һәм сағыштырмаса зыянһыҙ, изге йән эйәләре. Тәғәйен тыйыуҙарҙы үтәмәгән хәлдә, һуңғылары ш. уҡ кешегә зыян килтерә ала, тип фараз ителгән. Х.х. байтаҡ төрки халыҡтарҙа осрай.

Әҙәб.: Нәҙершин а Ф.А. Халыҡ хәтере. Өфө, 1986; шул уҡ. Риүәйәт һәм легендаларҙа халыҡ тарихы. Өфө, 2011.

Ф.А.Нәҙершина

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: