Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШҠОРТОСТАН КИНО СӘНҒӘТЕНДӘ

Просмотров: 1660

БАШҠОРТОСТАН КИНО СӘНҒӘТЕНДӘ. Башҡортостан ватан кинематографистар иғтибарын үҙенең тарихы м‑н дә, тәбиғәте м‑н дә һәр саҡ йәлеп итә. 1909 й. “Урал күренештәре” (“Виды Урала”) тип аталған тәүге документаль фильм (ҡара: Документаль кино) төшөрөлә. 1915 й. Л.Н.Толстойҙың “Кешегә күпме ер кәрәк” (“Много ли человеку земли нужно”) хикәйәһе б‑са ш. уҡ исемле тәүге нәфис фильмды (реж. В.Р.Гардин) төшөргәндә күмәк күренештәрҙә Өфө губ. Бөрө өйәҙе Яңауыл а. (хәҙ. Яңауыл ҡ.) кешеләре ҡатнаша. “Ленфильм” к/ст Германияның “Дерусса” фирмаһы м‑н берлектә Өфөлә һәм уның тирә-яғында К.А.Фединдың “Ҡалалар һәм йылдар” (“Города и годы”) романы б‑са ш. уҡ исемле нәфис фильм (1929; сценарий авторы Н.А.Зархи, реж. Е.В. Червяков) төшөрөлә. Ватан кинематографистарында айырыуса Салауат Юлаев шәхесе ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Тәүге тапҡыр уның образын Мәскәү актёры К.М.Мөхөтдинов Өфө янында төшөрөлгән “Пугачёв” нәфис фильмында (1937, “Ленфильм” к/ст; сценарий авторы О.Д.Форш, реж. П.П. Петров- Бытов, операторы А.М.Назаров) кәүҙәләндерә. “Союздетфильм” к/ст С.П.Злобиндың “Салауат Юлаев” (“Салават Юлаев”) романы б‑са ш. уҡ исемле нәфис фильм (1941; сценарий авторҙары Злобин, Г.С.Спевак, реж. Я.А.Протазанов, операторы А.В.Шеленков) төшөрөлә. Салауат ролен А.Ҡ.Мөбәрәков уйнай. Унда ш. уҡ Х.Бохарский, В.Ғ.Ғәлимов, Ә.Ф.Зөбәйеров, Ғ.М.Минһажев, Р.С.Сыртланов, С.Н.Сәйетов ҡатнаша. Фильмды төшөрөү Өфө тирә-яғында, Дим й. буйында, БАССР-ҙың Маҡар р‑ны (Ишембай р‑ны) ауылдарында үтә. Свердловск к/ ст “Сыңрау торна” (“Журавлиная песнь”) фильм-балеты төшөрөлә (1959; сценарий авторы Ә.Һ.Бикчәнтәев, реж. О.П. Николаевский, Э.А.Пенцлин, Ф.Ә.Ғәскәров либреттоһы). Төп ролдәрҙә: Х.Ғ.Сафиуллин, Э.А.Сөләймәнова, И.Х.Хәбиров. Кинематограф тарихында тәүге тапҡыр балет спектакле ябыҡ сәхнә киңлегенән матур күл буйына күсерелә. “Ленфильм” к/ ст төшөрөлгән “Ағиҙел өҫтөндә йәшен” (“Гроза над Белой”) нәфис фильмы (1968; реж. Е.К.Немченко, С.В.Чаплин) 1919 й. Өфөнө аҡтарҙан азат итеүгә арналған. Фильмды төшөрөү реаль ваҡиғалар урынында (Өфө, Ҡыҙылъяр а. эргәһендә Ағиҙел й. буйында) үтә. “Мосфильм” к/ст С.И.Чекмарёв тормошоноң һуңғы көндәре һәм фажиғәле үлеме т‑да “Сәхифәләр” (“Страницы”) нәфис фильмы (1972; реж. В.Н.Акимов) төшөрөлә. Свердловск к/ ст М.Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһы б‑са ш. уҡ исемле (“В ночь лунного затмения”) нәфис фильм (1978; сценарий авторы В.И.Валуцкий, реж. Б.Ц.Халзанов, операторы В.Осенников) төшөрөлә. Төп ролдәрҙе артистар Н.У.Аринбасарова, С.Джумадылов, Ч.Думанаев, Д.Камбарова, Г.А.Мөбәрәкова, Б.Ғ.Муллабаев һ.б. уйнай. Башҡ. риүәйәттәре һәм легендалары мотивтары б‑са “Мосфильм” к/ ст “Алтын атлы һыбайлы” (“Всадник на золотом коне”) нәфис фильмы (1980; авторы В.С.Виткович, реж. В.Н.Журавлёв, операторы Н.И.Большаков) төшөрөлә, унда төп ролдәрҙә Т.Д.Бабичева, П.П.Глебов, Ф.С.Ғафаров, И.Х.Йомағолов, Х.И.Ҡудашев, И.В.Малышева, О.З.Ханов, Х.Ғ.Яруллин сығыш яһай. 70‑се йй. аҙ. Дыуан һәм Ҡариҙел р‑ндарында А.С.Ивановтың “Күләгәләр төшкөһөн юғала” (“Тени исчезают в полдень”) һәм “Мәңгелек оран” (“Вечный зов”) романдары б‑са ш. уҡ исемле ватан телесериалдарының (сценарий авторы Иванов, реж. В.А.Краснопольский, операторҙары В.Минаев, П.Г.Емельянов) күренештәре төшөрөлә. 1975—76 йй. Белорет р‑нында М.Горький ис. Балалар һәм үҫмерҙәр фильмдары үҙәк студияһы “Юғалған экспедиция” (“Пропавшая экспедиция”) һәм “Алтын йылға” (“Золотая речка”) фильмдарының (сценарий авторҙары А.Г.Зак, И.К.Кузнецов, реж. В.Д.Дорман, операторҙары В.Корнильев, А.Буравчиков) эпизодтарын төшөрә.

Радм. М.Йәнгиров, Рәш. М.Йәнгиров

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: