БИЛАЛОВ Фидаил Шәйхислам улы
815
БИЛАЛОВ Фидаил Шәйхислам улы [15.7.1925, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Әмин а. (БР‑ҙың Шишмә районы) — 22.3.2018, Өфө ҡ.], спортсы. Парашют спорты буйынса СССР‑ҙың спорт мастеры (1958). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БАХИ‑ны тамамлаған (1966). Рәсәй ДОСААФ‑ының авиация спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе. Шәхси зачётта РСФСР зона беренселегенең көмөш призёры һәм команда зачётында еңеүсе (1957). 1000 м бейеклектән билдәләнгән урынға аныҡ төшөү буйынса төркөмләп төнгө һикереүҙәрҙә донъя рекордсыһы (1960). 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән (1985).
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.10.2021
Энциклопедиялар:
Связанные статьи: