БЛИНКОВА (Петрова) Галина Васильевна
876
БЛИНКОВА (Петрова) Галина Васильевна (2.10.1956, БАССР‑ҙың Благовещен р‑ны Богородский а.), спортсы. Конькиҙа шыуыу спорты б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1976). ВЦСПС‑тың Профсоюздар хәрәкәте юғары мәктәбен тамамлаған (Мәскәү, 1985). Өфөнөң 1‑се СДЮШОР‑ы һәм “Зенит” ДСО-һы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры З.Х.Адеев). СССР (1975), РСФСР халыҡтары спартакиадаһы (1978) чемпионы. 1500 м йүгереүҙә ҡатын-ҡыҙҙар араһында СССР рекордсыһы (1978). 1000, 1500, 3000 м йүгереүҙә үҫмер спортсылар араһында донъя рекордсыһы (1976—77). СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1976—82).
Й.А.Буранғолов
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар:
Связанные статьи: