КОНЬКИҘА ШЫУЫУ СПОРТЫ
КОНЬКИҘА ШЫУЫУ СПОРТЫ, боҙҙа конькиҙа тиҙлеккә йүгереү. К.ш.с. күпбәйге, айырым аралыҡҡа һәм команда м‑н уҙышыу ярыштарын айырып йөрөтәләр. Башҡортостанда К.ш.с. 20 б. 30‑сы йй. үҫешә. 1937 й. БАССР‑ҙың йыйылма командаһы авт. респ. һәм РСФСР өлкәләренең Спартакиадаһында ҡатнаша. 40‑сы йй. уртаһында “Медик” ДСО‑һы, “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәте, 40‑сы йй. аҙ. “Спартак”, “Хеҙмәт” ДСО‑лары эргәһендә К.ш.с. б‑са секциялар эшләй башлай. 1961 й. Өфөлә БАССР, Свердловск өлк. һәм Финляндия командалары араһында үткән халыҡ‑ара осрашыуҙа БАССР йыйылма командаһы еңеүгә өлгәшә. Республикала К.ш.с. б‑са СССР‑ҙың тәүге спорт мастеры — Л.М.Сәхибгәрәева (1957). Халыҡ‑ара ярыштарҙа М.Б.Авдеев, Г.В.Блинкова, В.И.Варламов, И.Ә.Гәрәев, Ф.К.Ғиззәтуллин, А.Н.Кривошеев, С.М.Никишин, Т.А.Трапезникова, О.В.Шабаева, ш. уҡ СССР чемп. (1988—89), Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1988) Е.Е.Ильина, Бөтә донъя универсиадаларының көмөш (2007, 2009) һәм бронза (2007, 2009) призёры А.В. Белоусов һ.б. юғары ҡаҙаныштарға ирешә. Респ. олимпия резервы спорт мәктәбе №1 һәм 26‑сы СДЮСШОР-ҙа (Өфө) К.ш.с. бүлеге эшләй, унда 200‑гә яҡын кеше шөғөлләнә (2012). 1955 й. алып БР‑ҙың К.ш.с. федерацияһы эшләй. К.ш.с. м‑н тренерҙар З.Х.Адеев, В.С.Арефьев, М.Һ.Бикмөхәммәтов, В.И.Горькавой, А.Т.Ғәйнетдинов, В.В.Евстратов, Ф.Л.Заманов, А.А.Кондояниди, В.К.Кяк, Г.П.Санников, Л.А.Сахаров, А.Н.Ушакова, Н.А.Щаднев, Р.М.Әхмәтйәнов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.
А.Т.Ғәйнетдинов
Тәрж. М.Н.Моратшина