Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БУРҺЫҠ, Шаран р‑нындағы ауыл

Просмотров: 719

БУРҺЫҠ, Шаран р‑нындағы ауыл, Дүртөйлө а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 17 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 26 км алыҫлыҡта Бурһыҡйылға й. (Сөн й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 759 кеше; 1920 — 699; 1939 — 669; 1959 — 464; 1989 — 306; 2002 — 273; 2010 — 269 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ерекле урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡырғыҙ улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендәкерҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы татарҙар нигеҙ һала, 1762 й. билдәле. 1783 й. бында ш. уҡ шарттарҙа Стәрлетамаҡ өйәҙе Тамъян улусы башҡорттары килеп урынлаша. 1795 й. 12 йортта 103 кеше йәшәгән, 1865 й. 62 йортта — 383 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: