БЫЧКОВ Владимир Николаевич
БЫЧКОВ Владимир Николаевич (25.12.1961, Салауат ҡ.), спортсы. Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1993). Башҡ. физик культура институтын тамамлаған (Өфө ҡ., 2012). “Спартак” ирекле спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе (тренеры П.З.Буйлов). Эстафетала Европа чемпионы (1993), 200 м йүгереүҙә һәм һөңгө сөйөүҙә СССР чемпионы (1989, 1990), бишбәйгелә РСФСР (1979, 1981, 1983, 1985, 1987—91) һәм Рәсәй (1992—95) чемпионы; һөңгө сөйөүҙә РСФСР (1983, 1985, 1987, 1989) һәм Рәсәй (2003) чемпионы. Бишбәйгелә донъя чемпионатының бронза призёры (1994); һөңгө сөйөүҙә һәм бишбәйгелә Европа чемпионатының көмөш призёры (1993). Дзюдо буйынса Европа кубоктарының көмөш призёры (1996, 1998; тренерҙары В.А.Пегов һәм С.А.Тарасов). Паралимпия уйындарында ҡатнашыусы (1996). РСФСР (1979—91) һәм Рәсәй (1992—99) йыйылма командалары ағзаһы. 2002 й. алып 20‑се ДЮСШ‑ының тренер‑уҡытыусыһы (Өфө ҡ.), 2008 й. башлап 28‑се Өфө коррекция мәктәп‑интернатының физик культура уҡытыусыһы.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина