Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БУЙЛОВ Пётр Захарович

Просмотров: 1272

 

БУЙЛОВ Пётр Захарович (17.4.1951, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Нижегородка а.), тренер. Еңел атлетика б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1988). РФ‑тың (2007) һәм БР‑ҙың (1997) атҡ. физик культура хеҙм‑ре. П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлаған (1980). 1971 й. алып Өфө иҫәп-хисапты механизациялау техникумында уҡыта, 1973 й. — “Спартак” ДСО‑һы Башҡ‑н өлкә советының физик культура инструкторы, 1975 й. — Өфө уҡыу-производство пр‑тиеһы инструкторы, тренеры, 1986 й. — Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Башҡ‑н респ. идаралығы мәҙәниәт йортоноң, 1996 й. — БР Юғары спорт оҫталығы мәктәбенең, 2009 й. алып 7‑се СДЮСШОР‑ҙың өлкән тренеры, бер үк ваҡытта 2009 й. башлап Башҡ. физик культура ин‑тында уҡыта (бөтәһе лә — Өфө). Паралимпия уйындарында СССР (1988), БДБ (1992), Рәсәй (1996, 2000, 2004, 2008, 2012) йыйылма командалары тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында Р.А.Баталова, Е.О.Паутова, А.С.Помыкалов, И.В.Помыкалов, С.А.Севостьянов, Паралимпия уйындарының көмөш призёры (2 тапҡыр, 1988) Ф.М.Тимербулатов. Халыҡтар дуҫлығы (1992), Почёт (2002), “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2000) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.04.2023