Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АБДРАЗАҠОВ Илдар Әмир улы

Просмотров: 2168

АБДРАЗАҠОВ Илдар Әмир улы (26.9.1976, Өфө ҡ.), йырсы (бас). РФ‑тың атҡаҙанған артисы (2021), БР‑ҙың халыҡ (2011), атҡаҙанған (2000)  артисы, ТР‑ҙың халыҡ артисы (2013). Ә.Ғ.Абдразаҡовтың улы. ӨДСИ‑не тамамлаған (2000; М.Ғ.Мортазина класы). 1994 й. алып Башҡ. дәүләт опера һәм балет театры, 2000 й. — Мариин театры солисы, 2014 й. башлап Елены Образцованың Халыҡ‑ара музыка академияһы художество етәксеһе (икеһе лә — Санкт‑Петербург ҡ.). Бәрхәт тембрлы һәм киң диапазонлы, төрлө регистрҙарҙа тигеҙ яңғырашлы, матур, көслө тауышҡа эйә. Башҡарыу үҙенсәлеге сағыу артистизм, хислелек, бөтә тасуирлау сараларының теүәллеге менән айырыла.

  Төп партиялары: Сураман (“Салауат Юлаев”; дебют, Башҡ. дәүләт опера һәм балет театры, 1995), Сурин (“Пики дамаһы” — “Пиковая дама”, П.И.Чайковский), Дон Базилио (“Севилья цирюльнигы” — “Севильский цирюльник”, Дж.Россини), Фигаро (“Фигароның туйы” — “Свадьба Фигаро”, В.А.Моцарт), Руслан (“Руслан һәм Людмила” — “Руслан и Людмила”, М.И.Глинка), Аттила (Дж.Вердиҙың шул уҡ исемле операһы) һ.б. Дж.Россиниҙың “Наполеон III һәм уның ҡыйыу халҡына гимн” (“Гимн Наполеону III и его доблестному народу”) гимнын тәүге башҡарыусы (“Ла Скала”, Милан ҡ., Италия, 2000). Концерт репертуарында — П.И.Чайковский, С.В.Рахманиновтың вокаль әҫәрҙәре, урыҫ һәм сит ил композиторҙары операларынан ариялар. “Ковент‑Гарден” (Лондон ҡ.), “Метрополитен‑опера” театрҙарында һәм “Карнеги‑холл” залында (икеһе лә — Нью-Йорк ҡ., АҠШ) һ.б. йырлай. П.Доминго, Р.Мути һ.б. менән сығыш яһай. Рәсәй һәм сит илдәр (Англия, Аргентина, Испания, Франция, Япония һ.б.) буйлап гастролдәрҙә була. 2016 й. Йәш һәләттәрҙе һәм халыҡ‑ара мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе фонд, 2018 й.  Илдар Абдразаҡовтың халыҡ‑ара музыка фестивален булдырған.

  М.И.Глинка исемендәге (Ярославль ҡ., 1997), Н.А.Римский‑Корсаков исемендәге (1998; Гран‑при) халыҡ‑ара конкурстар, Е.В.Образцова исемендәге йәш опера йырсылары конкурсы ( 1999, Гран‑при; икеһе лә — Санкт‑Петербург ҡ.), “Верди тауыштары” (“Вердиевские голоса”) конкурсы (Буссето ҡ., Италия, 2000; Гран‑при), И.К.Архипованың “Мәскәүҙең оло бүләге” (“Большой приз Москвы”) Бөтә Рәсәй телевизион конкурсы (1997) лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы (2014), Салауат Юлаев (2018) ордендары менән бүләкләнгән.

 

С.М.Платонова

Тәрж. Г.С.Балтабаева

 

 

С.М.Платонова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 29.09.2022