Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШҠЫБАШ, Тәтешле р‑нындағы ауыл

Просмотров: 757

БАШҠЫБАШ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Яңғыҙнарат а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 40 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 65 км алыҫлыҡта Башҡы й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 622 кеше; 1920 — 602; 1939 — 494; 1959 — 433; 1989 — 314; 2002 — 290; 2010 — 252 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Яңғыҙнарат урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Уҫы даруғаһы Ирәкте улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1742 й. керҙәшлек килешеүе б‑са мариҙар (һуңыраҡ типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һала. Исеме гидронимдан алынған. 1865 й. 60 йортта 281 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. 1 класлы министрлыҡ училищеһы, мануфактура һәм бакалея кибеттәре теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: