Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“АҠМӘСЕТ”, марш

Просмотров: 1029

“АҠМӘСЕТ”, башҡ. халыҡ инструменталь маршы. Тәүге тапҡыр 1939 й. Л.Н.Лебединский Ишғәли Дилмөхәмәтовтан (ҡара: Дилмөхәмәтовтар) фонографҡа яҙып ала, “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында баҫтырыла. “А.” барлыҡҡа килеүе Аҡмәсет ҡәлғәһенә В.А.Перовский етәкс. 1853 й. хәрби поход (ҡара: Коканд походтары) м‑н бәйле. Көйө период формаһында, күтәренке, йылдам характерҙа. Уның нигеҙендә хәрби торба сигналдарын имитациялаған кварта интонацияһы ята. “А.” “Салковский” тип аталған варианты билдәле. Фаразланыуынса, ш. уҡ “А.” йыры булған, быны М.А.Буранғолов яҙып алған шиғри текст раҫлай. Унда уңышһыҙ тамамланған Хиуа походы (1839—40) ваҡиғалары сағылыш алған. Йырҙың көйө билдәһеҙ.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. 1‑се кит. Өфө, 1974; Сөләймәнов Ғ.З. Ҡурай. Өфө, 1985.

А.М.Ҡобағошов

Тәрж. Г.С.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 28.11.2019