Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӘЙЕС, Архангел р‑нындағы ауыл

Просмотров: 800

БӘЙЕС, Архангел р‑нындағы ауыл, Арх‑Латыш а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 7 км һәм Приуралье т. юл ст. К.‑Көнс. табан 13 км алыҫлыҡта Аҫҡын й. (Инйәр й. ҡушылдығы) буйында, Архангел заказнигы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 103 кеше; 1920 — 271; 1939 — 186; 1959 — 160; 1989 — 129; 2002 — 120; 2010 — 96 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙенең Күрпәс-Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Ерембәт исеме м‑н нигеҙ һала, 1795 й. (13 йортта 52 кеше иҫәпкә алынған) алып билдәле. 19 б. 1‑се ярт. хәҙ. исемен йөрөтә (ауыл кешеләренең береһе исеменән, уның улы Аҙнағол Бәйесов билдәле). 1865 й. 25 йортта 118 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, умарт‑ҡ, ылаусылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Архангел баҡыр иретеү заводы эшләгән йылдарҙа Бәйес һоро тимер мәғдәне ятҡылыҡтары эшкәртелә. 1906 й. бакалея кибете теркәлгән; шөғөлдәре араһында ш. уҡ урман кәсептәре булған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019