Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДЕЖНЕВ ҠУРҒАНДАРЫ

Просмотров: 1355

ДЕЖНЕВ ҠУРҒАНДАРЫ, Турбаҫлы мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. 5—6 бб. аҙ. ҡарай. Өфөнөң Орджоникидзе р‑ны терр‑яһында Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. Дежнев а. исеме м‑н аталған. 1958 й. асыла һәм 1959 й. Н.А.Мәжитов, 1961 й. А.Х.Пшеничнюк, 1966 й. С.М.Васюткин, 1968—69 йй. М.Х.Садиҡова, 1974 й. Н.Г.Рутто, 1989—92 йй. ТТӘИ һәм БДУ‑ның берлектәге экспедициялары тарафынан тикшерелә. Ҡурған ҡәберлектәренә ҡарай. Тупраҡ өйөп яһалған 104 ҡурғандан (диам. 6—18 м, бейеклеге 0,2—0,8 м) тора, 81‑е ҡаҙылған. Өйрәнелгән һәр ҡурған аҫтында 1—3 ҡәбер табылған. Мәйеттәр тура мөйөшлө тәрән ҡәбер соҡорҙарына салҡан ятҡырып, баштары м‑н төньяҡҡа ҡаратып ерләнгән. Ҡайһы бер ҡәберҙәрҙә оҙон стеналар буйлап баҫҡыс‑киртләстәр йәки төбө кимәлендә уйымдар булған. Керамика әүәләп эшләнгән һауыттарҙан ғибәрәт, уларҙың ҡайһы берҙәре ауыҙы тирәләй көмөш пластиналар м‑н биҙәлгән. Ҡәбергә ш. уҡ бронза көҙгөләр, ҡаптырмалар, алҡалар, тимер ҡылыстар, ауыҙлыҡтар, тимер һәм һөйәк уҡ башаҡтары, ағас ҡалдыҡтары м‑н көмөш өҫтәмәләр, фибулалар (ҡойолған ике пластинкалы һәм таҫма корпуслы), быяла муйынсаҡтар һалынған. Д.ҡ. материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Әҙәб.: Сунгатов Ф.А. Погребальные комплексы Дежнёвского и Ново-Турбаслинского могильников (по материалам раскопок 1989–1992 гг.) //Курганы кочевников Южного Урала. Уфа, 1995.

Ф.А.Сөнәғәтов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: