Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДЕРБЕНЁВ ҠУРҒАНДАРЫ

Просмотров: 892

ДЕРБЕНЁВ ҠУРҒАНДАРЫ, Сармат мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. 2—3 бб. ҡарай. Мәләүез р‑ны Йомаҡ а. көнсығышҡа табан 5 км алыҫлыҡта Ергән й. (Ағиҙел й. басс.) уң ярында урынлашҡан. Дербенёв утары (хәҙ. көндә юҡ) исеме м‑н аталған. 1982 й. В.С.Горбунов тарафынан асыла, 1983 й. ТТӘИ экспедицияһы (етәкс. А.Х.Пшеничнюк) тарафынан өйрәнелә. Тупраҡ өйөп яһалған ҡурғанлы ҡәберлектәргә (диам. 5—15 м, бейеклеге 0,2—0,4 м) ҡарай. 100 ҡурғандан тора, 31‑е ҡаҙылған. Өйрәнелгән һәр ҡурған аҫтында 1—2 ҡәбер табылған. Мәйеттәр тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарына (тәрәнлеге 0,8—1 м) салҡан ятҡырып, баштары м‑н төньяҡҡа ҡаратып ерләнгән, яһалма рәүештә баш һөйәгенең формаһын үҙгәртеү күҙәтелә. Керамика ҙур булмаған әүәләп эшләнгән яҫы төплө һауыттарҙан ғибәрәт. Ҡәбергә ш. уҡ ҡатын‑ҡыҙ биҙәүестәре (бронза беләҙектәр, көҙгө, сикә сулпылары, ҡаптырма‑фибулалар, таш һәм быяла муйынсаҡтар) һалынған. Ҡомартҡы Ағиҙелдең уң яры буйлап сарматтарҙың күсеп ултырыу процесын, уларҙың фин‑уғыр ҡәбиләләре м‑н бәйләнешен сағылдыра. Д.ҡ. материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Әҙәб.: Пшеничнюк А.Х. Дербенёвский курганный могильник позднесарматского времени в Западном Приуралье //Проблемы хронологии сарматской культуры. Саратов, 1992.

А.Х.Пшеничнюк

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: