Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДЕРБЁШКА ҠӘБЕРЛЕГЕ

Просмотров: 797

ДЕРБЁШКА ҠӘБЕРЛЕГЕ, Сейәлек мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. 113—14 бб. ҡарай. ТР‑ҙың Аҡтаныш р‑ны Бүләк а. төньяҡ‑көнсығышта урынлашҡан. Дербёшка ҡасабаһы (хәҙ. көндә юҡ) исеме м‑н аталған. 1963 й. П.Н.Старостин тарафынан асыла һәм өйрәнелә, 1984—89 йй. Т.К.Ютина һәм Н.Л.Решетников тикшерә. Ҡурғанһыҙ ҡәберлектәргә ҡарай. 123 ҡәбер өйрәнелгән. Ҡәберҙәр рәт‑рәт булып төньяҡ‑көнбайыш — көньяҡ‑көнсығыш һыҙығы буйлап урынлашҡан була. Мәйеттәр һай тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарына салҡан ятҡырып (ҡайһы берҙәре бөгәрләнгән килеш), баштары м‑н көньяҡ-көнбайышҡа ҡаратып, йөҙҙәрен көньяҡҡа, һирәгерәк көнбайышҡа бороп ерләнгән; өлкән кешеләрҙең ҡәбере балаларҙыҡынан тәрәнерәк урынлашҡан. Ҡәберҙәр араһында көл һауыттары, йылҡы һөйәктәре һәм тештәре һалынған соҡорҙар асыҡланған. Керамика бау йәки тешле штамп эҙҙәре м‑н биҙәлгән әүәләп яһалған түңәрәк төплө һауыттарҙан ғибәрәт. Ҡәбергә ш. уҡ бронза сикә суҡтары һәм һырғалар, тимер бысаҡтар, атламалар һәм ауыҙлыҡтар, быяла муйынсаҡтар һ.б. һалынған. 14 б. тәңкәһе табылған. Ерләүҙә мосолман йолалары элементтары күренә. Д.ҡ. материалдары Удмурт ун‑ты (Ижевск) фондтарында һаҡлана.

Г.Н.Гарустович

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: