Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕЛЕНОВКА АРХЕОЛОГИК МИКРОРАЙОНЫ

Просмотров: 999

ЕЛЕНОВКА АРХЕОЛОГИК МИКРОРАЙОНЫ, Ырымбур өлк. Домбаровский р‑ны сиктәрендә Ушҡатты, Кейембай һәм Шандаша йй. (Урал й. басс.) буйында урынлашҡан бронза быуаты — иртә тимер быуат археологик ҡомартҡылары төркөмө. Ҡалҡыулыҡ киртләсендә урынлашҡан. 1956 й. СССР ФА Археология ин‑тының Көньяҡ Урал экспедицияһы (етәкс. Е.Е.Кузьмина) тарафынан асыла һәм 1959—71 йй. өйрәнелә. Яҡынса 30 археологик ҡомартҡы, ш. иҫ. торамалар (Байту, Капухта, I—II Ушҡатты, Торсонбай, Шандаша һ.б.), таш эшкәртеү оҫтаханаһы, баҡыр рудниктары һәм ҡәберлектәр (Атакен-Сай, Байту, Капухта, I—III Ушҡатты, I Торсонбай, Шандаша һ.б.), табылған. I Ушҡатты торамаһы Ушҡаттының уң ярында урынлашҡан. Таш усаҡлы һәм таш плиталар м‑н нығытылған стеналы ярым ер өйҙәр (майҙаны 200 м2) торлаҡ булып хеҙмәт иткән. Бронза ҡармаҡтар һәм беҙҙәр, балсыҡ ҡалыптар, таш (тәпке, төйгөстәр) һәм һөйәк (уҡ, беҙ) эш ҡоралдары, керамика, баҡыр мәғдәне киҫәктәре, шлак табылған. Шандаша торамаһы ш. уҡ исемле йылғаның уң ярында урынлашҡан. Таш плиталар м‑н нығытылған стеналы ер өйҙәр (майҙаны 70 м2) торлаҡ булып хеҙмәт иткән. Керамика Андрон мәҙәни-тарихи берлеге һауыттарынан (көршәк рәүешендәге, ауыҙы тирәләй өсмөйөштәр һәм кәкерсәктәр, муйыны ҡыя һыҙыҡтар м‑н биҙәлгән) ғибәрәт. Бронза беҙ, таш тәпке һәм төйгөс, хайуан һөйәктәре, охра, шлак табылған. Таш эшкәртеү оҫтаханаһы Ушҡаттының уң ярында урынлашҡан. Бронза быуатына ҡарай. Керамика Алакүл мәҙәниәте һауыттарынан (банка һәм көршәк рәүешендәге, геометрик орнаментлы) ғибәрәт. Таш өҫтәмәләр, әҙерләмәләр, бысаҡ һымаҡ пластиналар, нуклеустар, ҡырғыстар, арҡыры балталар табылған. 3 баҡыр руднигы асыҡланған: берәүһе — Еленовка а. янында, икәүһе (нигеҙ соҡоро 45х30, тәрәнлеге 3 м) — Ушҡатты ярында. Рудниктарҙа эш б.э.т. 16 б. башланған, тип фараз ителә. Шандаша ерләү ҡомартҡыһы ш. уҡ исемле йылғаның уң ярында урынлашҡан. Таш өйөмдәре м‑н уратып алынған ҡәберлектәрҙән, “мыйыҡлы” (остарында түңәрәк майҙансыҡтар булған дуға рәүешендәге таш өйөмдәре) ҡурғандарҙан, тупраҡ өйөп яһалған, ш. иҫ. уртаһында таш өйөмдәре булған, ҡурғанлы ҡәберлектәрҙән тора. Мәйеттәр көнбайыш-көнсығыш һыҙығы буйлап урынлашҡан таш плиталар м‑н ҡапланған тура мөйөшлө ҡәберҙәрҙә һул ҡабырғаһына бөгәрләнгән килеш һалып ерләнгән. Керамика Андрон мәҙәни‑тарихи берлеге һауыттарынан (тупаҫ ҡалын стеналы тура ауыҙлы һәм көршәк рәүешендәге, ауыҙы тирәләй өсмөйөштәр һәм кәкерсәктәр, муйыны ҡыя һыҙыҡ һәм ромбылар м‑н биҙәлгән) ғибәрәт. Бронза беләҙектәр, муйынсаҡтар табылған. Торсонбай ҡәберлеге Андрон мәҙәнитарихи берлегенә ҡарай. Мәйеттәр таш өйөмдәре м‑н уратып алынған ҡәбер соҡорҙарына ҡабырғаһына бөгәрләнгән килеш ятҡырып, баштары м‑н көньяҡ-көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Бронза беләҙектәр табылған. III Ушҡатты ҡомартҡыһы Ушҡатты ярында урынлашҡан. Савромат мәҙәниәтенә ҡараған тупраҡ өйөп яһалған ҡурғанлы ҡәберлектәрҙән, Андрон мәҙәни-тарихи берлегенә ҡараған таш өйөмдәре м‑н уратып алынған ҡурғанлы һәм ҡурғанһыҙ ҡәберлектәрҙән тора. Таш йәшниктәрҙә ерләү осраҡтары асыҡланған (мәйеттәр ҡабырғаһына бөгәрләнгән килеш һалып, көньяҡ-көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән). Алакүл мәҙәниәте керамикаһы табылған. Ҡәбергә бронза һәм алтын биҙәүестәр, быяла муйынсаҡтар һалынған. Е.а.м. материалдары Ырымбур пед. ун‑ты фондтарында һаҡлана.

Әҙәб.: Кузьмина Е.Е. Еленовский микрорайон андроновской культуры //Археологические открытия 1966 года. М., 1967; шул уҡ. Откуда пришли индоарии? М., 1994.

Н.Л.Моргунова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: